

Яҡуп ауылы
Ҡәҙерле кейәүебеҙ Әнурбик Ғөбәйҙулла улы ИСКӘНДӘРОВты юбилейы менән ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ.
Ҡоростай ныҡлы сәләмәтлек, шатлыҡ-ҡыуаныстарға ғына төрөнгән оҙон ғүмер, киләсәктә лә киң күңелле, оло йәнле булып, балаларыңдың, туғандарыңдың һөйөүен, хәстәрлеген тойоп, тыныслыҡта, муллыҡта, бәхетле ғүмер кисереүеңде теләйбеҙ.
Ҡыҙыбыҙ Дилара менән татыу ғаиләлә үҫтергән 3 ҡыҙығыҙҙың изгелектәрен, игелектәрен күреп йәшәргә насип итһен Хоҙай.
Сабыр ҙа һин, ябай, кешелекле,
Ҡылған эшең — бары изгелек.
Шатлыҡтарҙа үтһен һинең көндәр,
Бәхеттәрең булһын ғүмерлек.
Иң изге теләктәр менән ҡайның Ҡорбанғәли, ҡәйнәң Клара.