Яҡуп ауылы
Донъялағы иң ҡәҙерле кешебеҙ Әнүрбик Ғөбәйҙулла улы ИСКӘНДӘРОВты 60 йәшлек ғүмер байрамы менән ысын күңелдән ҡайнар ҡотлайбыҙ!
Ошо күркәм көн уңайынан донъяла булған барлыҡ изге теләктәрҙе генә теләйбеҙ! Һинең яныңда һәр ваҡыт үҙеңде хөрмәт итеүсе яҡындарың, туғандарың, тоғро дуҫтарың булһын. Сәләмәтлек, йән-тән тыныслығы һәм бәхеттәр урап үтмәһен. Кәңәшсебеҙ, терәгебеҙ булып оҙаҡ йәшәргә яҙһын. Беҙ һине сикһеҙ хөрмәт итәбеҙ, ысын йөрәктән яратабыҙ. Оҙон ғүмер һәм ныҡлы һаулыҡ һиңә!
Хоҙай һиңә сәләмәтлек бирһен,
Беҙҙән һиңә яҡты теләктәр.
Балҡып торған йөҙөңде күреп,
Ҡыуанһындар беҙҙең йөрәктәр.
Ҡотлау менән тормош иптәшең Дилара, ҡыҙҙарың Диана, Ынйыҡай, Айгүзәл, кейәүең Эдуард.