Ҡайҙа нисектер, Яңы Таймаҫтарға былай тип әйтһәң, ышанмаҫтар, бигерәк тә Октябрҙең 70 йыллығы урамында йәшәгәндәргә. Был урам кешеләрен юрамал бергә йыйғандар тиерһең (ауыл - совхоз системаһында барлыҡҡа килгән) - береһенән береһе киң күңелле, күрше йәнлеләр. Улар йыл да Урам байрамы ойоштора. Былтыр ғына булмай ҡалды, сәбәптәрен үҙегеҙ беләһегеҙ.
Кисә барып төшһәк.... урам уртаһында тиерлек тәғәм тулы оло өҫтәл йәйгәндәр. Туй бара тиерһең. Байрам яһау өсөн ҙур сәбәп кәрәкме - һәр мәлдең, бер-береһенең ҡәҙерен белеп ҡалһындар. Ошолай аралашыуға ни етә? Әйҙәләп, беҙҙе лә саҡырҙылар. Өҫ-баш бик шәптән түгел, өс көн ҡырынған юҡ, уңайһыҙ ҙа - ҡайҙа, былай ғына ҡотолорһоң, икенсе яҡтан, бындай кешеләр саҡырғанда баш тартыу гонаһ - был урамдыҡылар кешене тышҡы яғынан түгел, эске булмышынан баһалай...
Был гүзәл байрам хаҡында тулы килеш гәзиттә яҙылыр.