

Ауылдаштар йыйынына Шәбағыш ауыл биләмәһе башлығы Илшат Миҙхәт улы Рахмаев һәм Шәбағыш мәҙәниәт йорто үҙешмәкәр артистары ла килгәйне. Улар етеҙ генә тауыш көсәйтеүсе ҡоролмаларын, микрофондарҙы көйләп ҡуйҙылар. “Сатра” урманындағы матур бер аҡлан моңло йырға, дәртле бейеү көйҙәренә тулышып китте.
Байрамды Шәбағыш ауыл биләмәһе башлығы Илшат Рахмаев ҡотлау һүҙҙәре менән башлап ебәрҙе. Ошо йыйынға килгән кешеләрҙе байрам менән тәбрикләне, иҫәнлек – һаулыҡ, тағы ла оҙаҡ йылдар бергә йыйылышып күңел асып ултырырға яҙһын тигән уй - теләген белдерҙе. Уның һүҙҙәрен ҡеүәтләп Шәбағыш мәҙәниәт йорто үҙешмәкәр артистары бик матур һәм бай йөкмәткеле концерт номерҙары тәҡдим иттеләр. Рузалиә Әхийәрова, Ризида Ишмөхәмәтова, Айҙар Акулов башҡарыуындағы моңло һәм дәртле йырҙар осрашыусыларҙың күңеленә бик тә килеште, боронғолар әйтеүенсә: “һары май булып ятты”. “Байыҡ” Республика конкурсы еңеүсеһе, үҙенең йәшенә ҡарамайса йылдам һәм етеҙ генә бейеүҙәре менән Булат Урманбәтов та осрашыусыларҙа ҙур тәьҫорат ҡалдырҙы.
Форсаттан файҙаланып тағы ла шуны әйтке килә. Үрге Мотал ауылындағы был осрашыуҙар З0 йылдан ашыу бара, һәм йылдан-йыл оло йәштәге осрашыусылар һаны кәмей бара. Мәрхүмдәрҙең урындары ожмахта булһын инде. Уларҙың араһынан Рауил ағай Рыҫҡолов тураһында бер-нисә һүҙ әйтмәйенсә мөмкин түгел.
Фәнир МАЛБАЕВ, Ермолаево ауылы (әсәйем Бураҡаевтар нәҫеле).
Фәнир ағайҙың хаты тулы килеш гәзиттә баҫылды.