Байрамдар
3 Июль 2022, 05:56

Туған йəнле булайыҡ!

Аллаға шөкөр, башланған эш бөткəн эш тиҙəр, бер аҙна эсендə генə уйланылып, тормошҡа ашырылған эшебеҙ. 

Туған йəнле булайыҡ!Туған йəнле булайыҡ!
Туған йəнле булайыҡ!

Октябрҙең 70 йыллығы урамында сираттағы Урам байрамы үткəрҙек. Байрамда Кутузова Фирҙəүес инəйҙең 90 йəше, Вəлитова Флүрə апайҙың 75 йəше, Онуфрак Фəриə апайҙың 70 йəше айҡанлы юбилярҙарҙы ҡотланыҡ. Шулай уҡ өлгөлө ғаилəлəрҙе лə билдəлəп үттек.
Менəүəрə апай Аҙнабаева илебеҙгə тыныслыҡ, именлек, йортобоҙға бəрəкəт, үҙебеҙгə, балаларыбыҙға һаулыҡ, оҙон ғүмер телəп доғалар уҡыны. Телəктəребеҙ ҡабул булһын, илдəребеҙ тыныс булһын. Байрамды ойоштороуҙа ҡатнашҡан барығыҙға ла ҙур рəхмəт белдерəбеҙ. Алла бирһə бер, ике йылдан тағы ла үткəрергə яҙһын!!! Гел ошолай берҙəм, əүҙем, туған йəнле булайыҡ!!! Ҙур рəхмəт һеҙгə!!!
Урам байрамын ойоштороусылар.

Яңы Таймаҫтағы урам байрамы хаҡында тулыраҡ йома һанында гәзиттә баҫылды. 

Автор:Дим Ильясов
Читайте нас