

Күмертау ҡалаһы
Беҙҙең өсөн ҡәҙерле булған һөйөклө тормош иптәшем, яратҡан атайыбыҙ Малик Миңлебулат улы ИЛЬЯСОВты - 45 йәшлек күркәм юбилейы менән ҡайнар ҡотлайбыҙ!
Һиңә ғүмерҙең иң оҙонон, бәхеттең ҡояш кеүек иң нурлыһын, шатлыҡтарҙың иң олоһон юллайбыҙ.
Һинең яныңда һәр ваҡыт үҙеңде хөрмәт итеүсе яҡындарың, туғандарың, тоғро дуҫтарың булhын. Бөгөнгөләй шат, көләс йылмайыуың һинең йөҙөңдән бер ваҡытта ла китмәһен.
Изге йөрәкле кеше, хәстәрлекле атай, булдыҡлы ғаилә башлығы, булыуың менән беҙ бик бәхетле. Беҙ һине сикһеҙ хөрмәт итәбеҙ һәм яратабыҙ.
Киләсәктә парлы булып, ғәзиз балаларыңдың ҡәҙер-хөрмәтен күреп, йәшәүҙән йәм табып, һәр көнгә ҡыуанып йәшәргә яҙһын һиңә, ҡәҙерлебеҙ!
Рәхмәт, һиңә мең-мең рәхмәт,
Бар нәмәгә булдың түҙемле.
Сәләмәт бул, ҡайғылар һис күрмә,
Хоҙай ололаһын үҙеңде.
Беҙҙең өсөн мәңге ҡәҙерле һин,
Хоҙай ҡушһын бергә йәшәргә.
Ер йөҙөндә күпме кеше йәшәй,
Иң яҡыны беҙгә һин генә.
Ҡыуаныстар шишмә булып аҡһын,
Күтәренке булһын күңелең.
Именлектә, беҙҙең менән бергә
Үтһен гөрләп һинең ғүмерең.
Иң изге теләктәр менән тормош иптәшең Айгөл, улың Дим, ҡыҙың Линара.