

Күмертау ҡалаһы
Йәйҙең йәмле, ҡояшлы көнөндә, хөрмәтле коллегабыҙ, “Юшатыр” гәзитенең баш мөхәррире, беҙҙең шәп етәксебеҙ - Малик Миңлебулат улы ИЛЬЯСОВ үҙенең матур юбилейын билдәләй!
Хөрмәтле Малик Миңлебулат улы, һеҙҙе ошо күркәм байрамығыҙ менән ҡотлап иң изге, иң матур теләктәребеҙҙе юллайбыҙ! Һеҙгә ныҡлы сәләмәтлек, именлек, һаулыҡ, тормош юлығыҙҙа тик бәхетле миҙгелдәр осрап тороуын, оҙон, бәхетле ғүмер юлы теләйбеҙ. Алдығыҙға ҡуйған маҡсаттарығыҙға ирешеп, барлыҡ теләктәрегеҙҙе тормошҡа ашырып, йәшәү дәртегеҙҙе һүндермәй, тормош юлынан ғорур атлағыҙ! Һеҙгә тынғыһыҙ һәм бик тә яуаплы эшегеҙҙә яңынан-яңы ижади үрҙәр, уңыштар теләйбеҙ. Балаларығыҙҙың изгелектәрен күреп, тормош иптәшегеҙ менән иңгә-иң терәшеп, оҙон-оҙаҡ, бәхет-шатлыҡтарға ғына төрөнөп йәшәргә яҙһын.
Тормоштоң әсеһен дә, сөсөһөн дә татыған кеше булараҡ, һәр беребеҙгә ярҙам ҡулы һуҙып, хәлебеҙҙе аңлап, йомоштарыбыҙҙы тыңлап тораһығыҙ. Һеҙҙең биргән аҡыллы кәңәштәрегеҙ беҙҙең өсөн бик кәрәкле һәм мөһим булып тора.
Артабан да гел шулай үткер, тура һүҙле булып ҡалығыҙ. Ғүмер юлығыҙ - оҙон, яулайһы үрҙәрегеҙ күп булһын, Малик Миңлебулат улы!
Ҙур уңыштар һеҙгә юлдаш булһын,
Ауырлыҡтар килә күрмәһен.
Матур тормош киң ҡоласын йәйһен,
Йөҙөгөҙҙә нурҙар һүнмәһен.
Өмөт йондоҙҙары балҡып торһон,
Йыраҡ йөрөһөн һеҙҙән һағыштар.
Мулдан булһын һеҙҙең өлөшөгөҙгә
Яҙмыш яҙған бәхет шатлыҡтар.
Ҡотлау менән "Юшатыр"ҙар.