Башҡортостан буйынса алһаң, республикала бөгөн 300 самаһы пар ғаилә ҡорорға ниәтләй.
Йәштәрҙе, тап ошо көндә ҡауышһаң, бәхетле булырбыҙ тигән хыял да этәрәлер, моғайын. Нисек кенә булмаһын, никахлашҡан һәр бер парға бәхет, татыулыҡ, аңлашып йәшәүҙәрен теләйбеҙ. Күп итеп бала табыуҙарын да һорар инек.
Ермолаево ЗАГС-ы ғына бөгөн саҡ ҡына моңһоуыраҡ - бында Ғаилә көнөндә береһе лә өйләнешмәй.
Барлыҡ уҡыусыларыбыҙҙы Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ байрамы менән ҡотлайбыҙ!