Все новости
Байрамдар
11 Июля 2022, 16:03

Ҡуш ҡуллап күрешеү

Ҙур Ҡорбан байрамы була тип ҙур итеп хәбәр иткәйнек. 

Ҡуш ҡуллап күрешеү
Ҡуш ҡуллап күрешеү

Бындай байрамды беренсегә үткәреүебеҙ, килеп сығамы - саҡ ҡына шөбһә лә юҡ түгел ине. Ауыл башлыҡтарына төшә бит бөтөн эш (тирмә кәрәк, машина кәрәк, тағы нимәһелер кәрәк), улары йонсоп бөткән, әйләнгән һайын байрам. Байрам тигәндә кеше ҡыуана, былар хафаға ҡала.
Килеп сыҡты. Әлбиттә, ауыл хакимиәттәренә рәхмәт, үҙҙәре был байрамда күренмәһәләр ҙә (Фәнис Рахманғолов ҡына "Шайморатов генерал" тип яҙылған футболкала күҙгә салынып ҡалды), барыһы ла уларға рәхмәт әйтте. Район башлығы Юлай Ильясов та был хаҡта әйтергә онотманы, әйткәндәй.
Мәләүез, Өфө, Күгәрсен, Ырымбур өлкәләренән бар ине ҡунаҡтар. Бер ғаилә Мәләүездән Яманһарыға ҡайтып барышлай яңғылыш килеп ингән яланға. Ят күҙ күпте күрер, ҡалай ғәләмәт ул байрамығыҙ тип маҡтанылар. Таныштар күп булды, Әхәт Ҡотлоәхмәтов та бында. Юлай Әмәкәсов та районда икән, ул да түбәтәй кейеп килгән. Уңғарҙа бал ҡорто ҡарап ятам ти. Азат хәҙрәт Хәлиловты рәсми рәүештә пенсияға оҙатып ташланылар...
Мосолман байрамы бит, барыһы ла тыйнаҡ булыр тип тә уйланғайны, теге ярамай, былай ярамай, тегендә барма, был яҡҡа килмә... Юҡ, тартыныуҙың әҫәре лә булманы. Киреһенсә, барыһы ла бер туғандай аралашты, ике ҡулды биреп, ҡосаҡлашып (бик таныш кеше булмаһа ла хатта) күрешеште. Оҙон итәкле күлдәктәр кейгән, баштарын, хатта биттәрен ҡаплаған ҡатын-ҡыҙ заты күп ине. Мейегә уй килде, ҡыҙҙар былай йөрөһә, шортикта йөрөгәнгә ҡарағанда ла, ылыҡтырғысыраҡ була ла баһа...
Материал тулы килеш гәзиттә баҫыласаҡ.

Автор:Дим Ильясов
Читайте нас: