Все новости
Байрамдар
15 Июля 2022, 10:34

Рәхмәттәр яуҙырғандар

Киров хужалығы эргә-тирә ауылдарын бер ваҡытта ла ярҙамынан айырмай.

Рәхмәттәр яуҙырғандар
Рәхмәттәр яуҙырғандар

Ҡалта ауылында ла байрам гөрләп үткән.

Киров хужалығы эргә-тирә ауылдарын бер ваҡытта ла ярҙамынан айырмай, быйылда изге байрам табынына һарыҡ биреп ҡыуандырған. Ҡорбанды барлыҡ йолаларын үтәп Айнур Фәнил улы, Фәрит Фәрғәт улы, Рауил Карамат улы, Илназ Закир улы салғандар. Ҡорбан итен ауыҙ иткән ауыл халҡы, Киров хужалығы етәксеһе Дамир Байгилдинға, ҡорбан салыусыларға, табын ҡороусыларға рәхмәттәр яуҙырғандар. Байрам табыны ит менән генә сикләнмәгән, ауылдың уңған ҡатын-ҡыҙҙары әҙерләгән һый-хөрмәттән өҫтәлдәр һығылып торған. 

Автор:Дим Ильясов
Читайте нас: