Байрамдар
22 Июль 2022, 09:38

Бай халыҡ

Булыр-булыр байрам, тик был тиклем булмаҫ. 

Бай халыҡБай халыҡ
Бай халыҡ

Яҡуттың ауыл байрамын күрмәһәк, унда булмаһаҡ, аҙаҡ ҡалай үкенер инек. Бына, насип булғас, күрҙек. Мораптал ауылы биләмәһе башлығы Аҡсар Кинжәлиев әйтмешләй, өс көнлөк кенә донъя был, туғандар, бер осрашып алайыҡ әле. Украиналағы хәлдәрҙән һуң, ғүмер ҡәҙере бермә-бер артты.

Осраштыҡ. Осрашыу ғынамы? Яҡут буйлап өйрөлдөк кенә. Мәсәғүт урамының бер осонан икенсеһенә сыҡҡансы хәл бөтә яҙҙы. Баян урамы ла хәтәр әҙерләнгән, өҫтәренә махсус футболкаһына тиклем тектереп кейгәндәр. Һәр ерҙә өҫтәлдәр бөгөлөп ултыра, әйҙә лә әйҙә тип ҡыҫтауҙарына түҙеп булмай, саҡ атлап йөрөрлөк итеп ашалды ла ҡуйылды. Ялсыҡай осо тигәнендә булдыҡ, Гагарин урамы...
Гагарин, Гагарин,
Гагаринда йәшәгәндең
Эсе тулы маргарин, - тип йырлап ҡаршы алған халыҡты күргәс, уларға ҡарата йәлләү тойоғоһо уянды. Былар маргарин ғына ашап йәшәгәс, хәлдәре мөшкөлдөр. Ҡайҙа! Өҫтәлдәрендә нимә генә юҡ. Йәл, запасҡа ашап ҡуйып булмай, аҙаҡ, ошо өҫтәлдәрҙе күҙ алдына оҙаҡ ваҡыт килтерербеҙ инде. 
Һый ҙа һый яҙа тимәгеҙ, ҡул эштәрен күреп тә иҫтәр китте. Быларҙың белмәгән һөнәре юҡ та баһа. Йырлау-бейеүҙе әйтеп тормаһаҡ та була - Яҡут артистарының һәр береһенә бөгөндән атҡаҙанған исемен юллай башларға мөмкин.
Йәшлек паркы. Төп сара шунда дауам итте. Ауылдаштарҙың бөтәһенең дә ауыҙҙары йырыҡ, алыҫтан ҡайтҡандар ҙа байтаҡ. Эреле-ваҡлы балалар эйәртеп йөрөгән йәш әсәләр ҙә күп ине - быныһы айырым маҡтауға лайыҡ. Гөлкәй Шәмсетдинова оҙаҡ итеп ауыл тарихын, Яҡуттың алыҫ ул-ҡыҙҙары тураһында һөйләне, тиҙ генә һөйләрлек тә түгелдер - бынамын тигән ауылдаштары ныҡ күп. Яҡуттар, сәхнәнән тороп, данлыҡлы ауылдаштарына, оҙаҡ йылдар бергә йәшәгән парҙарға бүләктәр ҙә бирҙе:
Зәкиә һәм Рәжәп Юлбарисовтарға - 55 йыл , Хәлиҙә һәм Закир Ҡәҙерғоловтар-45 йыл, Әлфиә һәм Тәлғәт Ҡәҙерғоловтар- 45 йыл, Хәмдиә һәм Рәжәп Рәшитовтар-40 йыл, Нурзилә һәм Әхтәм Ялсыҡаевтар- 35 йыл, Әлфиә һәм Фәһим Ҡәҙерғәлиндар- 30 йыл, Рәсимә һәм Марат Ялсыҡаевтар - 25 йыл...
Бай йәшәй яҡуттар, күңелдәре лә бай, башҡа яҡтан да ярлы түгелдәр.

Тулыраҡ  - киләһе һанда. 

Автор:Дим Ильясов
Читайте нас