Все новости
Байрамдар
26 Июля 2022, 13:02

Самауыр артында бергәләп

Самауыр – беҙҙең тарихыбыҙҙың һәм мәҙәниәтебеҙҙең айырылғыһыҙ өлөшө.  

Самауыр артында бергәләп
Самауыр артында бергәләп

Бер генә фольклор байрамы ла унан башҡа үтмәй. Абдул ауылы мәҙәниәт йорто мөдире Айһылыу Ниғмәтуллина, самауырҙың мөһимлеге тураһында ауылдаштарының иҫенә төшөрөү маҡсатында 14 июлдә матур сара – Самауыр байрамы ойошторҙо.
Байрам башында Айһылыу Ниғмәтуллина сәй йолаһы, самауырҙың ҡасан һәм ҡайҙа килеп сығыуы тураһында бәйән итте. Артбана Самауыр байрамы төрлө уйын-көлкө, йыр-бейеү менән дауам итте. 

Лилиә Усманова, Абдул ауылы

Хат тулы килеш гәзиттә баҫылды. 

Автор:Дим Ильясов
Читайте нас: