Ҙур байрамдан мәхрүм ҡалдым тип. Үҙенә үпкәләр, был турала алдан уҡ хәбәр иттеләр: байрам шәп була, килегеҙ. Ысынлап та, сара ғәләмәт булды. Өс силсәүит үткәрҙе бит уны, өс таған кеүек, берҙәм тотондолар. Таймаҫ, Илкәнәй, Зәк-Ишмәт. Һөнәрселәре лә күп был биләмәләрҙә йәшәүселәрҙең, һәр береһе нимәгәлер оҫта. Яҡшымбәт силсәүите эстафетаны тапшырҙы бөгөн ("Йәйғор" былтыр уларҙа үткәйне) һәм китте.... Йырлағаны йырлай, бейегәне бейей тигән кеүек, йырлап-бейей белмәгәне ҡул сапты. Күргәҙмәләрҙе ҡарап сыҡҡансы хәл бөттө, юҡ нәмә үҙе юҡ бында. Һәр береһенән берәр әйбер тотоп сыҡҡанда ла батшаларҙан да байыраҡ кеше булып сығыр инең.
Материал - киләһе һанда.