Байрамдар
9 Сентябрь 2022, 07:07

Елән менән кафтан булмаһа ла

Ул бөгөн милли кейем кеймәгән. Ғөмүмән, байрам ҡайғыһы бик юҡ ахрыһы, бесән эшләп йөрөй. 

Елән менән кафтан булмаһа лаЕлән менән кафтан булмаһа ла
Елән менән кафтан булмаһа ла

Николай Михайлович Варнавский. Шотт паркы директоры. Шулай ҙа, милли кейем көнө менән, бер-беребеҙҙе ҡотлаштыҡ, елән йәки кафтан кейеп йөрөмәһәк тә, миллилек беҙҙең ҡанда.
- Парк матур булһын тип үләнен сапҡайным, әрәм булмаһын тип, йыйып өйөп ҡуйҙым. Был күбә лә паркка йәм өҫтәй, килеп-килеп, уға һыланып, фотоға төшөп киткән булалар - экзотика.
Кемгәлер экзотика, ҡыҙыҡ, ә бесән эшен белгән кеше өсөн....
Фотоға төштөк. Саф һауа, йөҙйәшәр ҡарағайҙар, тынлыҡ, ара тирә генә ҡайҙалыр әтәс ҡысҡыра һәм бесән. Ауыл - ауыл инде, рәхәт. Рус менән башҡорт кешеһе оҙаҡ ҡына өндәшмәй, ләззәтләнеп торҙоҡ. Өҫтөбөҙҙә милли кәстүм булмаһа ла, бесән еҫенә, саҡ ҡына тиреҫ тәмен әйткән һауаға рәхәт итеп баш әйләнә икән, тимәк, беҙ милләт рухын онотмаған кешеләр.

Автор:Дим Ильясов
Читайте нас