

- Бөгөн Яҡуп ауылы мәктәбендә уҡыусылар, уҡытыусылар "Мин милли кейемдә уҡыйым" тигән акцияға ихлас ҡушылдылар. Шуға бәйле, бөгөн һәр уҡыусы дәрестәрҙә милли кейемдә ултырасаҡ. Тағы ошо акцияға бәйле бөгөн мәктәбебеҙҙә төрлө саралар уҙғарыла. Нурзилә Миниәхмәт ҡыҙы Искәндәрова, башҡорт милли кейемдәренең элементтарын, милли биҙәүсетәрен (һаҡал, алҡа, тәңкәләр) эшләү буйынса мастер класс үткәрәсәк. Башҡорт теле уҡытыусыһы Гөлшат Ильяс ҡыҙы Килмәтова, башҡорт халыҡ уйындарын уйнатасаҡ, унан тыш, һүрәт төшөрөү буйынса, "Ҡурсаҡтарым милли кейемдә" исемле конкурс ойошторасаҡ.
Уларҙан тыш, һәр бер класта ошо темаға бәйле класс сәғәттәре үткәрелә. Бына шулай үҙе эстәлекле, үҙе матур, сағыу байрам көнө буласаҡ беҙҙә бөгөн!