Байрамдар
9 Сентябрь 2022, 06:46

Ябай ғына кейем түгел

Гөлназ Әҙеһамова, Р.Солтангәрәев исемендәге Яңы Таймаҫ ауылы гимназияһының башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы: 

Ябай ғына кейем түгелЯбай ғына кейем түгел
Ябай ғына кейем түгел

- Башҡортостанда 160-тан ашыу милләт вәкиле дуҫлыҡта һәм татыулыҡта йәшәй. Уларҙың һәр береһенең үҙенең тарихы, йолалары, милли кейемдәре. Милли кейем көнө – тарихыбыҙға, мәҙәниәтебеҙгә хөрмәт күрһәтеү мөмкинлеген бирә, үҫеп килгән быуынға йолаларыбыҙҙың ҙур байлыҡ булыуын аңлата. Милли костюм – ябай ғына кейем түгел, оҙон тарихи юл һөҙөмтәһе. Ул - халыҡтың мәҙәниәт, тарих үҙенсәлеген сағылдырыусы быуаттар буйы һаҡланып килгән ҡомартҡы.
Бөгөн Милли кейем көнөндә гимназиябыҙҙа айырыуса күңелле. Уҡыусыларыбыҙ сараға етди әҙерләнеп килгән. Үҙҙәре әйтеүенсә, милли кейемдә дәрестәр күңелле үтә, кәйефтәр ҙә бик яҡшы.

Автор:Гөлнур Хөсәйенова
Читайте нас