

Һеҙҙең башҡарған хеҙмəтегеҙ оло яуаплылыҡлы булды. Тормоштағы ауыр минуттарҙа һəр кемгə ярҙамға килеп, иртəгəһе көнгə өмөт уятып, үҙ һөнəрегеҙгə тоғро ҡалып, профессиональ башҡарҙығыҙ. Һеҙҙең ҡотҡарған ғүмерҙəр, алтын ҡулдарығыҙ һəм изге йөрəгегеҙ баһалап бөткөһөҙ ҙур ихтирам яулай. Ҡылған изге эштəрегеҙ үҙегеҙгə ҡыуаныс булып меңлəтə əйлəнеп ҡайтһын! Һеҙгə һəр иртəгеҙҙе лə бəхетле йылмайыу менəн ҡаршы алыуығыҙҙы, ҡоростай ныҡлы һаулыҡ, ғаилə именлеге, тыныслыҡ, оҙон ғүмер телəйбеҙ.
Иң изге телəктəр менəн Башҡортостан республикаһының дәүләт бюджет һаулыҡ һаҡлау учреждениеһы Күмертау ҡалаһы дауаханалары хәкимиәте, профсоюз комитеты хеҙмәткәрҙәре һәм ветерандар Советы.