

Балаларҙы көтөүҙән дә
Юҡтыр ул ауыр хәлдәр,
Әллә инде көткәнгәме
Әкрен генә үтә көндәр.
Бер ҡарайһың тәҙрәгә,
Берсә ҡапҡа төбөнә.
Байрам менән тәбрикләргә
Балалар ҡайта өйөнә.
Әсәй көтә балаларын
Ике күҙе тилмереп.
Өҫтәлдә тәмле бәлештәре,
Әсе икмәге бешкән күпереп.
Ашы бешкән, сәйе әҙер,
Ҡоймағы ла майланған.
Балалары ҡайтып инһә,
Эштәр була яйланған.
Ҡолас йәйеп ҡаршы ала,
Тыуып үҫкән ғәзиз йорт.
Улар ҡайтып инеү менән,
Өй эсендә һәр саҡ була ҡот.
Байрамдар үтә күңелле,
Өҫтәл була түңәрәк.
Ололар көнө менән ҡотлап,
Балалар килтергән бүләк.
Үҙәктәр өҙөлөп китә,
Үҙең дә бик аңламайһың.
Бала бит үҙе ҙур бүләк,
Хоҙай шунан айырмаһын.
Олоғайыу – үҙе бәхет,
Аңлатам йәш быуынға,
Дөрөҫ итеп аңлаһындар
Мин ҡалмайым бурыста.
Ҡотлайым байрам менән
Күтәренке булһын күңелдәр,
Ҡояш һәр саҡ йылмайып
Иҫәнлектә үтһен ғүмерҙәр.