Беҙҙең халыҡта байрамды бер үҙең генә үткәреү килешмәй, ҡыҙыҡ түгел, ҡалталар, ошоно уйлаптыр ҙа, Федоровка районын саҡырған. Бөтөн районды түгел инде, Юлдаш ауылын ғына. Һәм ниндәй итеп байрам иткәндәр!
Байрам ғына түгел, ҡайғы ла кешеләрҙе берләштерә, берләшкән саҡтарыбыҙ тик күңелле сәбәптән булһын ине.