

- Беҙҙе хөрмәтләп матур байрам үткәрҙеләр. Сараны ойоштороусы клубыбыҙ мөдире Юлия Ниғмәтуллинаға, концерт ҡуйыусы уҡыусы балаларға ҙур рәхмәт. Бик күңелле үтте байрам. Шулай уҡ “Искра” колхозы ла беҙҙе онотмай. Йыл да күстәнәстәрен алып килеп ҡотлап китә. Хужалыҡ етәксеһе Рәмил Мостафинға ла рәхмәтем сикһеҙ. Ошо көндәрҙә 85 йәшем туласаҡ. Яҡшымбәт ауыл хакимиәте лә килеп үҙемде ҙурлап киттеләр. Ихтирамығыҙ, иғтибарығыҙ өсөн барығыҙға ла ҙур рәхмәт.
Абдулдағы байрам тураһында Лилиә УСМАНОВАның хаты гәзиттә бөгөн баҫылды.