Байрамдар
16 Ноября 2022, 05:14

Былай ғына үтеп китмәгеҙ

Иртәгә була ул - БауырһаҡФест тип аталған фестиваль. 

Былай ғына үтеп китмәгеҙБылай ғына үтеп китмәгеҙ
Былай ғына үтеп китмәгеҙ
Байрам киң ҡолас менән үтер һымаҡ, ауыл хужалығы эшсәндәренә арналған сара бит ул - беҙҙе туйындырған ергә, тырыш ауыл кешеләренә арналған. 
Тырыштар тигәндән, Яманһары ауылын был урында телгә алмай булмай, нимәгә тотонмаһындар, барыһына күңел һалып эшләйҙәр. Бигерәк та аш-һыу йәһәтәнен уларға еткәндәр юҡ. Байрам иртәгә була, ә улар әҙер. Бауырһаҡтарын бешереп тә ҡуйғандар, һәм, әлбиттә, БауырһаҡФеста иң тәмле ризыҡтарҙың береһе уларҙыҡы буласаҡ, күңел һалып эшләгәнгә шулай. Иртәгә улар янынан былай ғына үтеп китмәгеҙ, ризыҡтарынан ауыҙ итегеҙ, маҡтау һүҙҙәрен дә йәлләмәгеҙ - яманһарылар яҡшы һүҙҙең дә ҡәҙерен белә торған кешеләр.  
Автор:Дим Ильясов
Читайте нас