Йәшлек мәҙәниәт һарайы фойеһы кәнфит еҫтәренә тулған, бында сабыйҙарҙы бүләктәр көтә. Уларҙы алып өлгөрҙөләрме-юҡмы, залға әйҙүкләнеләр - мюзикл ҡарарға, спектаклдән һуң алырһығыҙ.
Рузалиә Хисмәтуллина, беҙҙең депутатыбыҙ ҙа бында, ул балаларҙы байрамдар менән ҡотланы, депутат буш ҡул менән килмәгән Сокол комплексына бүләктәр тейәп килгән.
Юлай Талха улы:
- Һеҙ барығыҙ ҙа йылды уңышлы, яҡшы уҡып тамамлағанһығыҙҙыр, әгәр ҙә инде гел биштәргә генә бөтмәһәгеҙ ҙә, ҡайғырмағыҙ. Яңыраҡ мин үҙемдең һигеҙенсе класта уҡығандағы көндәлегемде ҡараным, сәстәр үрә торҙо, баһаларым хәтәр "шәп" булған, - тип көлдөрөп алды балаларҙы.
Спектакль шәп булды. Нимә әйтергә, иң мөһиме тормош сәхнәһендә лә барыһы ла шәп булһын, унда, һәр әкиәттәге кеүек, мөғжизәләр күп осрап торһон.