

Өмөттәрҙең иң аҫылдарын ҡосағына алып Яңы 2023 йыл килә. Беҙ уны яҡты өмөттәр менән ҡаршы алабыҙ.
Күңелдәребеҙгә күп мәшәҡәте, халҡыбыҙҙың күңелендә ауыр һынауы менән хайран ҡалдырған Юлбарыҫ йылына алмашҡа 2023 йыл килә. Беҙ быйыл йыл еребеҙгә тыныслыҡтың, татыулыҡтың, һулар һауабыҙҙың кәрәклеген белдек.
Киләһе йыл аҡыл менән уйланылған, төплө уй-фекерҙәр менән өҫтөнлөк иткән, эштәр башҡарғанда тәүәкәллек торош иткән төплө йыл булһын ине. Үтеп барған 2022 йыл менән бергә йәшәгән ғүмеребеҙҙең, бер миҙгелен оҙатабыҙ. Үткән йылға йомғаҡ яһайбыҙ, һәм әлбиттә Яңы йылда яңы уй-хыялдар, изге ғәмәлдәр, яңы башланғыстарға нигеҙ һалабыҙ.
Ҡуян йылына, ҙур өмөттәр менән яңы тормош башлайбыҙ.
Яңы йылда барлыҡ уй хыялдарығыҙ ниәттәрегеҙ тормошҡа ашһын. Ысын күңелдән һеҙҙе яҡынлашып килгән Яңы йыл менән.
Изге теләктәр менән “Искра” хужалығы хеҙмәткәре Рәүеф АБДУЛЛИН