

- Баш ҡалабыҙҙа үткән Бөтә Рәсәй Самауырҙар конкурсында районыбыҙ “Иң тәмле сәй – 2023” номинацияһында лайыҡлы урын яулап ҡайтты. Был көндө Һауа торошоноң буранлы булыуына ҡарамаҫтан, районыбыҙ мәнфәғәтен күтәреүҙә Ҡунаҡбай ауылынан “Алға” кооперация рәйесе Абдрахман Сөләймәнов “Киндер” сәйе менән, үҙенең күргәҙмәһе менән Мәмбәтҡол ауылынан Минияр Хәйбуллин һәм Ковалевка ауылынан Бөтә Рәсәй буйынса хуш еҫле сәйҙәр етештергән Владимир Бузаевтар барҙылар.
Комиссия ағзаларына беҙ үҙебеҙҙең сәйҙәрҙе тәмләттек. Минияр ағай әҙерләп алып барған төрлө аш-һыуҙан да ауыҙ иттеләр.
Материал гәзиттә бөгөн сыҡты.