

Килеп етеп кенә килгән Яңы йылды һәр кем, айырыуса, балалар түҙемһеҙлек менән көтә.
Шулай булмай ней.
Яңы йыл бит мөғжизәләр, ҡыҙыҡлы, мауыҡтырғыс, иң мөһиме - көтөлгән бүләкләр байрамы.
Айырыуса ошо байрамда һәр бер бала Ҡыш бабай менән Ҡарһылыуға үҙенең сығышын бик сағыу итеп күрһәтергә тырыша. Буләктең иң ҡәзерлеһен, иң матурын алам тип бөгөнгө Яңы йыл кисәһендәлә "Толпар" балалар баҡсаһында атай- әсәйҙәр бик мөғжизәле сығыш ҡарап, ҡыуанып, балаларҙың һәр бер сығышын дәртләндереп ултырҙылар.
Ҡыш бабайҙа балаларҙы бик ҙурланы, ошо күстәнәс янына алыҫ Себер тарафтарынан яҡташыбыҙ Мөхтәр Мөхәррәм улының бүләктәре килеп ҡушылғас, балалар ысын күңелдән ҡыуандылар.
Ялсыкаев Мөхтәр йыл һайын, балаларҙы онотмай, күстейҙәрен ебәреп кенә тора.
Балалар бик мул күстей алып Мөхтәр Мөхәррәм улына ҙур рәхмәттәрен әйттеләр, ошо рәхмәт һүҙҙәренә "Толпар" балалар баҡсаһының ата - әсәләрелә ихлас күңелдән ҡушыла.
Таңһылыу Исламғолова, Яҡут ауылы.