Байрамдар
23 Февраль 2023, 07:26

Иҫерһәк ине

Бөгөн байрам.

Иҫерһәк инеИҫерһәк ине
Иҫерһәк ине
Ватанды һаҡлаусылар көнө. Бер түгел, дүрт көн ял биреп ташланылар. Элек 23 февралдә ял да итмәй инек ахры, ҡыҙыл дата түгел ине, буғай. Йырҙар йырлап ҡаршы алдыҡ кисә был байрамды (фотоларҙа). Күбеһе, әлбиттә, патриотизмға бағышланған, тыуған ил, ғәзиз тупраҡ, дошманға нәфрәт... 
Һәйбәттер был, беҙҙең халыҡ шатланғанда ла йырлай, ҡайғырһа ла йыр һуҙа. Әле кисергән тойғолар ситкәрәк китеп, күберәге һөйөүҙән иҫереп йырлар саҡтар тиҙерәк етһә ине. 
Автор:
Читайте нас