Ҡатын-ҡыҙҙың матурлығы
Яҡшы ҡатын, әсә булыуҙа.
Ағастарҙың күркәмлеге
Япраҡ ярып, сәскә атыуҙа.
Сәскә ата, емеш бирә
Был – тәбиғәттең ҡушыуы.
Ҡатын-ҡыҙға ҙур ҡыуаныс
Сабыйын йылы күкрәгенә ҡыҫыуы.
Күкрәк һөтөн имеҙәһең
Һоҡланаһың уның йөҙөнә.
Ошо емештәнтән дә татлыһы
Юҡ икәне инде һиҙелә.
Балаһыҙ ҡатын-ҡыҙҙы
“Ҡыу ағас”ҡа тиңләйҙәр.
Гөлләмә яһар өсөн дә
Сәскәһеҙҙе бит өҙмәйҙәр.
Байрамдар килеп етте
Хөрмәтле ҡатын-ҡыҙҙар!
Яғымлы, йомшаҡ һүҙле
Янып торған йондоҙҙар.
Яҡты йондоҙ ҙа булалар
Яҡтырта һәр саҡ юлды.
Тормош юлын үтер өсөн
Ҡыҫма тоталар ҡулды.
“Ҡатын-ҡыҙҙар көнө” менән
Тәбрик итәм хөрмәтләп.
Һәр кем үҙенсә аңлаһын
Тормаһындар миңә үпкәләп.
Аяҙ булһын күгебеҙ һәр саҡ
Булмаһын бер үк һуғыш.
Дауам итһен тормошобоҙ
Иҫәнлектә һәм тыныс.