Все новости
Байрамдар
18 Марта , 13:33

Һин булғанға йәмле донъябыҙ

Шамил БАЯЗИТОВты ҡотлайбыҙ!

Һин булғанға йәмле донъябыҙ
Һин булғанға йәмле донъябыҙ

Яҡшымбәт ауылы
Беҙҙең өсөн ҡәҙерле һәм яҡын кешебеҙ тормош иптәшем, әтейебеҙ, олатайыбыҙ Шамил Биктимер улы БАЯЗИТОВты ғүмеренең күркәм байрамы – 65 йәшлек матур юбилейы менән ысын күңелдән ҡайнар ҡотлайбыҙ. Беҙҙең яҡыныбыҙ тынғы белмәгән, тырыш, изге йөрәкле тормош иптәше ул, хәстәрлекле атай, олатай, ҡәҙерлебеҙгә ныҡлы һаулыҡ, иҫәнлек, оҙон ғүмер, күңел тыныслығы, тормош иптәшеңдең, балаларыңдың, туғандарыңдың изгелектәрен күреп, ихтирам, иғтибарҙарын тойоп уңыштарына шатланып, бәрәкәтле тормошта бәхетле ғүмер кисереүеңде теләйбеҙ. Тормош ауырлыҡтарына бирешмәй, сабыр булып, үткән ғүмергә үкенмәй, әлегеләй изге күңелле, алсаҡ йөҙлө булып, оҙон-оҙаҡ, бәхетле ғүмер кисерергә яҙһын. Һин булғанға донъябыҙ йәмле, йәнле, һинең фатихаң менән аҙымдарыбыҙ ышаныслы, бәхетебеҙ тулы, уйҙарыбыҙ яҡты. Аллаһы Тәғәлә үҙеңде сәләмәтлектән, бәхеттән, күңел тыныслығынан айырмаһын, беҙ һине хөрмәт итәбеҙ, яратабыҙ.
Ҡотло булһын һинең тыуған көнөң,
Күҙҙәреңдә шатлыҡ һүнмәһен.
Бөгөнгөләй шат йылмайған йөҙөң
Ҡайғы сатҡылары күрмәһен.
Саф йөрәктән сыҡҡан теләктәрҙе
Ҡабул итсе тыуған көнөңдә.
Бәхет, шатлыҡ, һаулыҡ юлдаш булһын
Ҡояш көлһөн тормош күгеңдә.
Иң изге теләктәр менән тормош иптәшең Зөһрә, улдарың Румил, Рузил, килендәрең Венера, Диана һәм дә ейәнсәрҙәрең.

Автор:
Читайте нас в