Все новости
Байрамдар
18 Марта 2023, 13:25

Сәләмәтлектә үтһен көндәрең

Шамил БАЯЗИТОВты ҡотлайбыҙ!

Сәләмәтлектә үтһен көндәрең
Сәләмәтлектә үтһен көндәрең

Яҡшымбәт ауылы
Беҙҙең өсөн ҡәҙерле һәм яҡын булған туғаныбыҙ, ҡустыбыҙ, ҡәйнешебеҙ, абзыйыбыҙ, ҡайнағабыҙ Шамил Биктимер улы БАЯЗИТОВты 65 йәшлек матур юбилейы менән ысын күңелдән ҡайнар ҡотлайбыҙ!
Беҙҙең туғаныбыҙ изге йөрәкле, туған йәнле, тырыш, ярҙамсыл кеше. Балаларына хәстәрлекле атай, ейәнсәрҙәренә яратҡан олатай, тормош иптәше Зөһрә киленгә ышаныслы, тоғро иптәш. Маҡсаттарына ирешеүсән, һәр бер эште еренә еткереп, ихлас күңелдән етеҙ генә башҡарып ҡуя ул. Һәр ваҡыт туғандарының, яҡындарының хәлдәрен белеп, аралашып йәшәй.
Туғаныбыҙға ошо матур юбилейы айҡанлы иң изге, иң яҡты теләктәребеҙҙе еткерәбеҙ. Алдағы тормошонда ныҡлы һаулыҡ, сәләмәтлек, иҫәнлек, бәхетле оҙон ғүмер, күңел тыныслығы, ғаилә именлеге, тормош иптәшеңдең, балаларыңдың, ейәнсәрҙәреңдең, туғандарыңдың ихтирамын, иғтибарҙарын тойоп, изгелектәрен күреп ғүмер кисереүеңде теләйбеҙ.
Һәр ваҡыт шулай изге күңелле, шат, көләс йөҙлө кеше булып ҡал. Беҙ һине хөрмәт итәбеҙ, яратабыҙ!
Ҡотло булһын матур юбилейың
Ҙур шатлыҡтар ҡаршы алһындар,
Әгәр булһа төрлө борсолоуҙар
Үткән тормошоңда ҡалһындар.
Оҙон ғүмер бирһен һиңә, Хоҙай,
Һыҙламаһын аяҡ-ҡулдарың,
Бәхет, шатлыҡ, һөйөнөстәр менән
Сәләмәтлектә үтһен көндәрең.
Иң изге теләктәр менән ағайың Камил, еңгәң Роза Баязитовтар, шулай уҡ туғандарың Нурисламовтар, Казбаевтар, Бикмаевтар, ҡустың Сынтимер Баязитов.

Автор:
Читайте нас: