Ошондай шылтыратыу булды. Федоровка районы Юлдаш ауылынан.
- Уҡ аттыҡ та шуның менән вәссәләм тигән кеүек килеп сыҡҡан - беҙҙә нимә генә булманы ла, кемдәр генә килмәне. Фәнит Моратбаҡыев килде, Фәнис тә булды. Юлдаш халҡы барлыҡ һөнәрен күрһәтте, ҡунаҡтарҙың иҫе китте. Шул турала ентекләберәк яҙығыҙ әле.
Әлбиттә, яҙырбыҙ. Кисә иркенләп тын алырға ла ваҡыт булманы, ысынында, хәйерсегә ел ҡаршы - ВК эшләмәй йөҙәтте, етмәһә.
Әйткән һүҙ - һеҙ Юлдашта атҡан уҡ һымаҡ, киләһе һанда барыһы ла яҙылыр.