Байрамдар
19 Март 2023, 09:41

Сәскә саҡ ҡына

Әлфирә ИСМӘҒИЛЕВАны ҡотлайбыҙ!

Сәскә саҡ ҡынаСәскә саҡ ҡына
Сәскә саҡ ҡына
Беҙҙең өсөн ҡәҙерле булған кешебеҙҙе - Әлфирә Әмир ҡыҙы ИСМӘҒИЛЕВАны юбилейы менән ҡотлайбыҙ!
Киләсәк көндәрең өмөт менән тулы булып, ғүмер йомғағың шатлыҡ-һөйөнөстәргә генә тулып тәгәрәһен. Тормош ауырлыҡтарына бирешмәй, сабыр булып, һәр атҡан таңға, яуған ҡарҙарға, килгән яҙҙарға, аҡҡан һыуҙарға һоҡланып, үткән ғүмергә үкенмәй, балаларыңдың изгелеген күреп, әлегеләй изге күңелле, алсаҡ йөҙлө булып, оҙон-оҙаҡ бәхетле ғүмер кисерергә яҙһын. Һин булғанға донъябыҙ йәмле, йәнле, бәхетебеҙ тулы, уйҙарыбыҙ яҡты. Хоҙай үҙеңде сәләмәтлектән, бәхеттән, күңел тыныслығынан айырмаһын.

Сәскә бәйләмдәре бүләк итһәк,
Нәфис сәскәләр тиҙ ҡорор ул.
Йөрәк йылыбыҙҙы бүләк итһәк,
Һыуынмаҫтыр, йылы торор ул.
Тәбрикләйбеҙ юбилейың менән,
Һинең йәш – ул сәскә саҡ ҡына.
Ташып торған йәшлек дәрте менән
Ең һыҙғанып йәшәр саҡ ҡына.
Ҡотлау менән атайың, әнәйең, Килмәтовтар Амангилдиндар ғаиләһе. 
Автор:
Читайте нас