Байрамдар
20 Марта 2023, 07:08

Тыныс булһын күңелең

Миләүшә ИШКИНИНАны ҡотлайбыҙ!

Тыныс булһын күңелеңТыныс булһын күңелең
Тыныс булһын күңелең

Санйын ауылы
Иң ҡәҙерле, иң яратҡан, хөрмәт иткән әсәйебеҙ Миләүшә Хәйҙәрйән ҡыҙы ИШКИНИНАны 60 йәшлек күркәм юбилейы менән ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ.
Һөйөклөбөҙ, күңелеңдән – тыныслыҡ, тәнеңдән – сихәт, тормошоңдан именлек бер ваҡытта ла китмәһен, балаларыңдың һәр шатлығын, һәр көйөнөсөн үҙеңә һыйҙырған йөрәгең бер ҡасан да борсолоуҙар белмәһен. Балаларыңдың изгелеген күреп, беҙҙең терәк-таянысыбыҙ, кәңәшсебеҙ, йортобоҙҙоң яҡты нуры булып, донъя рәхәтлектәре кисереп, бәрәкәтле мул тормошта йәшә лә йәшә, ҡәҙерлебеҙ! Һиңә ҡоростай ныҡлы һаулыҡ, именлек, ҡайғы-хәсрәтһеҙ көндәр, бәхетле оҙон ғүмер теләйбеҙ.
Ҡотло булһын байрамың,
Тыныс булһын күңелең,
Шатлыҡ-һөйөнөстәр менән
Тулы булһын ғүмерең!
Иң изге теләктәр менән ҡыҙҙарың Светлана, Әлимә, кейәүең Наил, киленең Ләйлә, Милена, Ислам, Аслан, Иман.

Автор:
Читайте нас