Байрамдар
25 Март 2023, 08:24

Еңеүҙәр яулап йәшәргә яҙһын

Ләйсән НУРИӘХМӘТОВА, Көйөргәҙе районы мәҙәниәт бүлеге начальнигы:

Еңеүҙәр яулап йәшәргә яҙһынЕңеүҙәр яулап йәшәргә яҙһын
Еңеүҙәр яулап йәшәргә яҙһын

- Мәҙәниәтебеҙ өлкәһендә күп эштәр башҡарыла. Район, республика күләмендәге һәр мәҙәни саралар ҙа юғары кимәлдә үткәрелә.
Быйыл 21 коллективыбыҙ “Халыҡ” һәм “Өлгөлө” исемдәрен уңышлы яҡланылар. Тағы ла ла Айсуаҡ һәм Зәк-Ишмәт ауылдары коллективтарына “халыҡ” исемдәре бирелде. Халыҡ-ара "Яулыҡ - тыныслыҡ билдәһе", “Ҡышҡы мәрәкәләр” милли уйындары, “Казарла”, “Йәйғор” фестивалдәре, “Салаватия – 2022”, “Талантида” һәм башҡа ҙур саралар үткәреүгә ирештек. Яҡташтарыбыҙҙың исемдәрен мәңгелләштереү буйынса ла байтаҡ эштәр башҡарылды: «Башҡорт АССР-ының халыҡ артисы» Ғ.Әлмөхәмәтовтың тыуыуына 127 йыл тулыу уңайынан “Күңелем йырҙарҙа” тип аталаған конкурс, Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, скульптор Өлфәт Ҡобағошов иҫтәлегенә “Үҙ ҡулдарыбыҙ менән тылсымдар”, атаҡлы ҡурайсы Альберт Юлдыбаев иҫтәлегенә “Уйна, ҡурай” конкурстарын үткәрҙек. Быйыл талантлы шәхесебеҙ Айрат Ҡобағошов иҫтәлегенә этнофестиваль, Кинйә Арыҫлановтың тыуыуына 300 тулыуға арнап “Кинйә йыйыны” фестивалдәрен дә киң итеп үткәрергә планлаштырабыҙ.
“Иң яҡшы мәҙәниәт учреждениеһы” номинацияһына Зәк-Ишмәт мәҙәниәт йорто, “Иң яҡшы мәҙәниәт хеҙмәткәре” исеменә “Йәшлек” мәҙәниәт йорто художество-ҡуйыу бүлеге мөдире Любовь Бокова лайыҡ булды. Үткән йыл был исемгә Отрада китапханаһы лайыҡ булғайны. “Кесе Ватан мәҙәниәте” проекты сиктәрендә, быйыл, 6 клуб ял учреждениеларының матди-техник базаһын яҡшыртыу өсөн 6 млн. һум аласаҡтар.

Ләйсән Ғәйнулла ҡыҙының да бөгөнгө байрам менән ҡотлаған һүҙҙәре кисә гәзиттә тулы вариантта баҫылды. 

Автор:
Читайте нас