Байрамдар
25 Март 2023, 08:21

Ең һыҙғанып эшләр саҡ

Светлана ТУРАЕВА, Күмертау ҡалаһы хакимиәтенең мәҙәниәт идаралығы директоры:

Ең һыҙғанып эшләр саҡЕң һыҙғанып эшләр саҡ
Ең һыҙғанып эшләр саҡ

- Һуңғы ваҡытта тотош илебеҙ өсөн еңел осор булмаһа ла, мәҙәниәт өлкәһендә ҡалабыҙҙа бик күп эштәр башҡарыла.
Рәсәй халыҡтарының мәҙәни мираҫы йылы сиктәрендә уҙғарылған сараларҙан да беҙҙең илебеҙ күп милләтле, бай мәҙәниәтле икәне асыҡ күренә. Халыҡтарҙың йолалары, ғөрөф ғәҙәттәре төрлө булһа ла, Рәсәйҙәге кеүек республикабыҙҙа ла төрлө милләт вәкилдәре тыныс, дуҫ, татыу йәшәйҙәр.
Ковидтан һуңғы ике йыл ҡатмарлы ғына булды. Төрлө сикләүҙәргә, ҡыҫымдарға ҡарамаҫтан, ҡәҙимге эш режимына ҡайттыҡ һәм планлаштырған барлыҡ сараларҙы ла тормошҡа ашырҙыҡ. Илһөйәрлек темаларына ҡағылышлы ҡыҙыҡлы күп проекттарҙа ҡатнаштыҡ.
Беҙҙең брендыбыҙға әйләнгән ике ҙур сараны уңышлы атҡарып сыҡтыҡ. Уларҙың тәүгеһе «Алтын сапсан» Бөтә Рәсәй балалар һәм үҫмерҙәр ижады конкурс-фестивале, икенсеһе – «Казак спасы» төбәк-ара казак мәҙәниәте фестивале. Был сараларҙа мең ярымдан ашыу талант эйәләре ҡатнашты.
Уҙған йылға йомғаҡ яһағанда, үҙҙәренең активлыҡтары, таланттары менән Күмертау халҡын һәм ҡала ҡунаҡтарын ҡыуандырған беҙҙең барлыҡ ижади коллективтарға ла рәхмәт һүҙҙәре әйтке килә.

Светлана Марат ҡыҙының тәбрик һүҙҙәре гәзитә тулы вариантта баҫылды. 

Автор:
Читайте нас