Күп осраҡта мәҙәниәт хеҙмәтҡәрҙәре шулайыраҡ эшләй, гел ҡайҙалыр ҡабалана, өтәләнә кеүек. Былайтып йөрөгәс, эше лә әллә ни килеп сыҡмаҫ тип уйлайһың, юҡ, сәхнәгә мендеме, барыһы ла швейцар сәғәте кеүек текелдәп кенә бара.
Рәүеф Әбйәлилов та, министр биргән грамотаһын алыу менән сығып йүгерҙе - ҡайтып етергә кәрәк, Яҡут күперен һыу баҫа.
Юлдар өҙөлгән мәл шул, хәйер, Рәүефкә өйрәнәһе түгел, таш яуһа ла юлда йөрөр, сәхнәлә булыр артист ул.
Әминә Ивнәй ҡыҙына ҡушылып, беҙ ҙә Рәхмәт әйтәбеҙ, рәхмәт һиңә тормошобоҙға йәм өҫтәп йәшәгәнең өсөн, күперҙе һыу баҫһа баҫһын, беҙҙе һағыш-ҡайғы баҫмаһын. Ҡотлайбыҙ!