Байрамдар
16 Май 2023, 07:08

Йолалар онотолмай

"Айгөл" балалар баҡсаһы халҡыбыҙҙың бер йолаһын да ситкә типмәй.

Йолалар онотолмайЙолалар онотолмай
Йолалар онотолмай

Бына бөгөн дә уларҙа Кәкүк сәйе йолаһы гөрләй. Кәкүк сәйе — йылдың уңышлы килеүен теләп, борон-борон замандан үткәрелә торған байрам йолаһы. Ул ғәҙәттә май айында үткәрелә. "Айгөл"дәр ҙә бөгөн тап шулай иткән, йылдың уңышлы килеүен теләгәндәр, Алалһы Тәғәләнән илебеҙгә тыныслыҡ һорағандар.
"Аҡ тирәк, күк тирәк" уйынын уйнап, аттарҙа сабышып, арҡан тартышып, тоҡ кейеп йүгерешеп, ҡалаҡҡа йомортҡа һалып ярышып мәж килгәндәр, байрам аҙағында саф һауала сәй эсеп кинәнгәндәр. Был күркәм саранан балалар ҙа, ололар ҙа бик кәнәғәт ҡалғандар.

Автор:
Читайте нас