Все новости
Байрамдар
12 Июля 2023, 11:30

Самауырға - дан

Яҡут ауылында Самауыр байрамы гөрләй.

Самауырға - дан
Самауырға - дан

Самауыр — һыу ҡайнатыу һәм сәй әҙерләү өсөн ҡорамал, шулайғынамы икән? Самауырҙың эстәренә әллә күпме моң һыйған. Сер һөйләшеп, хуш еҫле сәй эсә-эсә кем туйған, ошолайтып һамаҡлағандар борон. Хәйер самауырҙың ҡәҙере бөгөнгө көндә лә юғалмаған, уға әле булһа ла дан йырлайҙар.
Бына беҙҙең район халҡы ла, көнкүрештә бик кәрәкле һауыт-һабаны ҙурлап, уға арнап оло байрам үтәкәрә бөгөн. Был күркәм сараға яҡуттар, шулай уҡ күрше-тирә ауыл халҡы ла йыйылған, хатта был күркәм сараны күрергә тип баш ҡалабыҙҙан, Киске Өфө гәзитенең баш мөхәрире Гөлфиә апай Янбаева ла килеп еткән. Шулай итеп байрам оло бер һабантуйға әүрелгән дә ҡуйған.
Был байрамдың нисек үтеүе тураһында киләһе һанда уҡығыҙ.

Автор:
Читайте нас: