Все новости
Байрамдар
15 Сентября 2023, 12:24

Кинйә

Өс быуат ғүмер уҙған Һин тыуғанға Кинйә Арыҫлан.

Кинйә
Кинйә

Өс быуат ғүмер уҙған
Һин тыуғанға Кинйә Арыҫлан,
Быуат-быуат аша яңғыраған
Даның еткән беҙгә алыҫтан.

Рәсәй батшалығын дер һелкеткән
Салауат, Бүгәс, Кинйә ғәскәре,
Батшабикә ун бер бойороҡ биргән
“Тоторға!” – тиеп батша Кинйәне.

Ҙур ғилеме, зирәк аҡылымы,
Белгәнгәме яттан Ҡөръәнде?
Хоҙай язаларҙан араланы,
Оҙон, тыныс ҡартлыҡ теләне.

Ҡайта алманы ярһыу атта сабып,
Алып ҡайтты көрәштәштәре.
Әүлиә тиеп ҙурлап, ташын уйып
Тыуған төйәгендә ерләнде.

Һәр яҙ япраҡ яра ҡарт ҡарама,
Йыйын йыя ырыуҙаштары.
Илкәйеңдә һиңә һәйкәл тора
Онотолмаҫ халыҡ батыры.
Булат Урманбәтов
Шәбағыш ауылы

Автор:
Читайте нас: