Все новости
Байрамдар
11 Октября 2023, 15:22

Башҡортостандан ситтә йәшәһәк тә

Хөрмәтле, милләттәштәр-рухташтар! Республика көнө-байрамығыҙ менән ҡотлайбыҙ!

Башҡортостандан ситтә йәшәһәк тә
Башҡортостандан ситтә йәшәһәк тә

Башҡортостандың күкрәп сәскә атыуын, рухлы улдар һәм ҡыҙҙар тәрбиәләүен, артабан да татыу күршеләр булып телебеҙҙе, йортобоҙҙо бергә һаҡлайыҡ.
Байрам көнөндә халҡыбыҙҙың данлыҡлы шәхестәрен иҫкә алдыҡ.
Аллабирҙе мәктәбендә Башҡортостандың арзаҡлы шәхестәре хаҡында әңғәмәләште уҡыусылар Республика көнөндә. Халҡы менән бай бит һәр ил. Батыр улдары, ҡыҙҙары менән данлыҡлы күршеләре, милләттәштәре менән сикһеҙ ғорурлана аллабирҙеләр. "Ырымбур башҡорттары бит беҙ!"-тип тәрбиә бирә мәктәп уҡытыусылары. Башҡортостандан ситтә йәшәһәк тә туған башҡорт телебеҙҙе өйрәнәбеҙ, һаҡлайбыҙ, яратабыҙ.Теле юҡтың ғына иле юҡ. Рухташтарыбыҙҙың Республика көнөн матур ҡазаныштар менән ҡаршылауына һөйөнәбеҙ.
Байрам ҡотло булһын!

Сания Кузбаева уҡытыусы-ветеран,
Төйлөгән районы
Аллабирҙе ауылы

Автор:
Читайте нас: