Все новости
Байрамдар
27 Сентября , 16:43

30 йыллыҡ юбилей

М.Исҡужин исемендәге Прогимназияла бөгөн оло байрам.

30 йыллыҡ юбилей
30 йыллыҡ юбилей

Улар 30 йыллыҡ юбилейҙарын билдәләйҙәр. Сараға Өфөнән, ҡала хакимиәтенән вәкилдәр, мәктәп төҙөлөшөндә, асышында ҡатнашҡандар, ветеран уҡытыусылар, сығарылыш уҡыусылар һәм башҡалар килгән.
Ҡунаҡтар юбилейға буш ҡул килмәгәндәр, улар ҡотлау һүҙҙәре менән бүләктәр ҙә тапшырҙылар.
- Хөрмәтле ҡунаҡтар, һеҙҙе белем усағыбыҙҙа күреүебеҙгә сикһеҙ шатбыҙ. Беҙгә терәк булғанығыҙ өсөн барығыҙға ла ҙур рәхмәт.
Прогимназиябыҙҙа үҙ эштәрен яратҡан, юғары категориялы уҡытыусылар эшләүе, уҡыусыларыбыҙҙың төрлө ярыштарҙа ҡатнашып, призлы урындар яулауы менән ғорурланабыҙ, - тине Прогимназия директоры Әнисә Түләгәнова ҡунаҡтарҙы ҡаршылап.
Материал тулы килеш гәзиттә баҫыласаҡ.

Автор:
Читайте нас: