Барығыҙҙы ла ошо матур көн менән ихлас ҡотлайбыҙ, дуҫтар!!! Бар ғаиләләргә лә бер-береһенә кәрәк һәм терәк булып, ҡулға-ҡул тотоноп, оҙон тормош юлын бергә үтергә яҙһын. Өйҙәрҙә һәр ваҡыт тыныслыҡ, һәр ҡайһыбыҙға бәхет, шатлыҡ, һаулыҡ, именлек юлдаш булһын!
Бөгөнгө яҙмабыҙ ауылдштарыбыҙ, нисә тиҫтә йылдар бергә йәшәп ятҡан Кадыргалиндар ғаиләһе, йорттарына барып, күреп, хәлдарен белеп, ҙур ғына әңгәмә ҡороп һөйләшеп, һеҙга лә еткерәбеҙ.
Ғүмер аҡҡан һыу кеүек- тип, төрлө йылда булған хәл ваҡиғаларҙы иҫкә төшөрҙөк.
Эйе, яңы ғына һымаҡ Нәсибә апайҙың Яҡут ауылына килен булып төшөуе.
Рафиҡ ағай ғүмер баҡый колхоз эшендә булһа, өйөндә Нәсибә апай ышаныслы терәк-таяныс, яҡшы әсәй булды.
Дүрт ир балаға ғүмер бүләк итәләр Кадыргалиндар.
Ир – беләк, ҡатын – терәк, тигәндәй, улар донъя йөгөн тиң тарттылар.
Бер төптән колхоз эшендә йөрөгән вакыттары лә аҙ булманы. Сак ҡына буш ваҡыттарында баҡса үҫтереп, Насибә апай шәл бәйләргә яратты.
Ыҡсым ғына матур йорт һалып ингән, заманында улар. Әлеге көнгәсә ҡош-ҡорт аҫрайҙар. Рафиҡ ағай ғына һуңғы йылдарҙа сирләнкерәп тора.
Әле барып кергандә лә Нәсиба апай оло йәштә булыуына ҡарамаҫтан бик уңдырып икмәк һалып йөрөй ине.
Ике улы хәл белергә килгәндәр, атай- әсәйҙәренең күңелдәрен күреп, төрлө яҡтан ярҙам итәләр балалары, ейән-ейәнсәрҙәре.
Атай - әсәй анау хәзәрем йылдар бергә йәшәгәнһегеҙ, бер-берегеҙҙе бер ҡараштан аңлайһығыҙҙыр инде-тип шаяртыпта алды улдары.
Эйе, һис шикһеҙ аңлайҙарҙыр, улар бит күпте күргән һуғыш балалары, үҙ ғүмерҙәрендә ике һуғыш касафаттарын күргән кешеләр бит улар! Ошо барған һуғыштарҙа бөтөп, ҡыуанып йәшәргә насип булһын һеҙгә Кадыргалиндар ғаиләһе!
Шундай бала, туған йәнле,
өлгөлө, татыу Кадыргалиндар ғаиләһенә киләсәктә лә именлек, һаулыҡ, бәрәкәтле мул тормош теләйбеҙ!
Таңһылыу Исламғолова,
Яҡут ауылы.