-2 °С
Болотло
Яңы Морапал мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре, ауыл биләмәһе менән берлектә, Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнөнә бағышлап матур сара үткәргәндәр. Унда Махсус хәрби операцияла йөрөүсе яугирҙәрҙең әсәләрен, ҡатындарын, апайҙарын саҡырғандар.
Түңәрәк өҫтәлдәр артында әңгәмә ҡорғандар, концерт номерҙары ла булған. Йылы осрашыу тәмле сәйҙәр эсеү, изге теләктәр теләү менән тамамланған.