Ҡурай көнө. Был байрамды былтыр ғына уйлап таптылар. Ә беҙҙең был милли уҡыу йортона сәбәп кенә бир – рухташтар бергә йыйылып, кәңәш ҡорорға, һис юғы, бер-беребеҙҙең күҙҙәренә ҡарашып, хәлдәрҙе белешергә шәп һылтау.
Күпбеҙ икән. Әле шуларҙы уйлап йөрөп ятабыҙ. Райондан да килгән туған йәндәр бар, ҡаланы тултырып барабыҙ, берҙәмлек кенә кәрәк. Прогимназияның яңы директоры Лена Ғәббәсова өсөн һуңғы көндәр бик тынғыһыҙ булды, директормын тип әйтеүе генә анһат, яуырында күпме мәшәҡәт, яуаплылыҡ. Бына әле ата-әсәләрҙең, балаларҙың, коллегаларының шат, дәртле йөҙҙәрен күргәс, ғорурланып та ҡуйҙы: юҡҡа эшләмәйбеҙ, йәшәмәйбеҙ икән. Бергә булһаҡ, һәр ауыр һымаҡ тойолған эште лә башҡарып сығыуы еңел була. Донъялар тынысланып, бөтөн иғтибарыбыҙҙы балаларыбыҙға ғына йүнәлтеп, уларҙы хәстәрләп йәшәһәк ине – ниндәй генә сара булмаһын, директорҙың теләге гел ошондай. Беҙҙең дә теләк шул уҡ.
Ҡурай моңондай, ғүмерең матур, оҙон булһын,прогимназия!