Бөтә яңылыҡтар
Байрамдар
9 Декабрь , 10:52

Тере тарих

Бала саҡтары ауыр һуғыш йылдарында тура килгәндәрҙең күңелдәрендә ниндәй яралар һаҡлана?

Тере тарих
Тере тарих

Ул дәһшәтле йылдар шаһиттары ла йылдан-йыл аҙая бара. Аҡһары ауылында тере тарихҡа тиң булған Фуриә Мөхәмәтшина декабрҙә үҙенең 90 йәшлек оло юбилейын билдәләй. Ошо бер быуатҡа яҡын ғүмер арауығында нимәләр генә кисермәне икән ул?
Тик ултырырға яратмаған, бар эште лә еренә еткереп башҡарыуҙы өҫтөн күргән Фуриә Мөхәмәтшина барыһына ла үрнәк булып тора. Ул хаҡлы ялға сыҡҡас намаҙға баҫа. Ҡөрьән уҡытҡан һәр өйҙөң хөрмәтле ҡунағы була. Әле ул балаларына, 9 ейән-ейәнсәренә, 9 бүлә-бүләсәренә иҫәнлек теләп доғалар ҡылып, уларҙың ҡәҙер-хөрмәтенә төрөнөп йәшәй.
Беҙҙең тоғро гәзит уҡыусыбыҙ Фуриә инәй тураһында яҙылған мәҡәләнең тулы варианты гәзиттең үткән һанында сыҡты.

Автор:
Читайте нас