Бөтә яңылыҡтар
Байрамдар
14 Ғинуар , 12:45

Һәммәбеҙ өсөн дә байрам

Йылды, ғәҙәттәгесә, башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән төбәк-ара олимпиада менән башлап ебәрҙек.

Һәммәбеҙ өсөн дә байрам
Һәммәбеҙ өсөн дә байрам

Милли мәғариф өсөн ҙур байрам был. Башҡорт телен ҡыҙыҡһынып өйрәнгән уҡыусылар өсөн дә, уларҙы ошо еңеүгә килтереп еткергән рухлы һәм маҡсатлы уҡытыусылар өсөн дә, балаларының еңеп ҡайтыуын теләп алыҫ юлға оҙатҡан атай-әсәйҙәр өсөн дә – ғөмүмән, беҙҙең һәммәбеҙ өсөн дә.
Өфө фән һәм технологиялар университеты олимпиадала еңгән һәм призлы урын яулаған уҡыусыларға, университетҡа уҡырға ингән осраҡта, бығаса өҫтәлмә рәүештә 10 балл бирә ине. Быйылдан башлап бер семестр буйына 8 мең стипендия ла түләйәсәк, 10 балл да ғәмәлдә ҡала. Телһөйәр балаларҙы үҙебеҙҙең факультетта уҡырға көтөп ҡалабыҙ!
Сания КҮЗБАЕВА
Төйлөгән районы, Аллабирҙе ауылы

Автор:
Читайте нас