Все новости
Беҙҙең әңгәмә
22 Июня 2018, 11:50

ХАЛЫҠ ИМЕНЛЕГЕ ҺАҒЫНДА ТОРОУСЫ

Башҡортостан Республикаһы буйынса Роспотребнадзор Идаралығының Күмертау территориаль бүлеге начальнигы Рафаил Ибәтуллинды белмәгән кеше юҡтыр.

Башҡортостан Республикаһы буйынса Роспотребнадзор Идаралығының Күмертау территориаль бүлеге начальнигы Рафаил Ибәтуллинды белмәгән кеше юҡтыр. Бүлек ҡарамағына Күмертауҙан тыш, Көйөргәҙе, Мәләүез, Федоровка, Күгәрсен райондары ла керә. Рафаил Әхәт улы ошо көндәрҙә үҙенең оло юбилейын — 65 йәшен билдәләне. «Юшатыр» гәзите йола буйынса, 1990 йылдан алып Роспотребнадзорҙың еңел булмаған эшен үҙ иңендә күтәргән, халыҡ именлеге һағында тороусы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы Рафаил Ибәтуллинды ҡунаҡҡа саҡырып, йылы әңгәмә ойошторҙо.

- Һеҙ беҙҙең өсөн бик ҡатмарлы булған эшмәкәрлек өлкәһендә хеҙмәт итәһегеҙ. Һеҙгә 65 йәш, ә һаман эшләп йөрөйһөгөҙ? Был нимә менән аңлатыла? Һеҙ бик кәрәкле кадрмы? Йәштәр юҡмы, таныш-тоношлоҡ ярҙам итәме, әллә башҡа берәй сәбәп бармы?

- Ҡатмарлы тип, әллә ни ҡатмарлы ла түгел инде. Беҙҙе 2005 йылда дәүләт хеҙмәтенә күсерҙеләр һәм беҙ Дәүләт санэпиднадзор үҙәгенә әйләндек. Ошо уҡ йылды реорганизация булды. Функцияларыбыҙ ҙа үҙгәрҙе. Федераль кимәлдә дәүләт чиндары биреп, беҙҙе чиновниктарға әйләндерҙеләр. Дәүләт хеҙмәтендә эшләгәндәр 65 йәшкә ҡәҙәр эшләй ала тип, һеҙҙең һорауға яуап бирмәксемен. Шуға күрә бында бер ниндәй ҙә таныш-тоношлоҡ кәрәкмәй.

- Эшегеҙ ҡәнәғәтләнерлек, яҡшы булмаһа, һеҙҙе был йәшкә тиклем тотмаҫтар ине, әлбиттә. Етмәһә, һеҙҙең Федераль структура бит?

- Ҡәнәғәтләнерлектер, күрәһең. Эйе, беҙҙең Федераль структура. Беҙ республика кимәлендә лә, хакимиәт башлыҡтарына ла буйһонмайбыҙ. Шул уҡ ваҡытта бөтә йәшәү өсөн мөһим булған функциональ эштәрҙе хакимиәт алып бара. Шуға күрә беҙ улар менән тығыҙ бәйләнештә эшләйбеҙ. Санитар яҡтан именлекте тәьмин итеү эшен тик кабинетта ултырып ҡына башҡарып булмай. Төрлө ҡарарҙар әҙерләргә, мәғлүмәтте хакимиәт башлыҡтарына еткерергә кәрәк. Хакимиәт башлыҡтары аша ла, шулай уҡ туранан-тура ла эшләргә тура килә. Күп балалар баҡсаһы, мәктәптәр, муниципаль учреждениелар ҡала йә район етәкселегенә буйһона. Шуға күрә хакимиәт аша ла, туранан-тура суд аша ла яза бирергә тура килә, бойороҡ бирәбеҙ, суд аша ябабыҙ. Ҡайһы саҡ хакимиәт башлыҡтары беҙҙе яратып та бөтмәй, ризаһыҙлыҡ белдерәләр, әммә беҙҙең эш тулыһынса граждандар именлеге өсөн башҡарыла. Ололарҙың һәм балаларҙың хәүефһеҙлеген тәьмин итеү өсөн мөһим.

- Роспотребнадзор, янғын һүндереүселәр, прокуратура һәм башҡалар тикшереп торалар. Шуны эшләгеҙ, быны эшләгеҙ, тип бурыстарын әйтеп китәләр. Ә тегеләр эшләр ине лә, аҡсалары юҡ бит...

- Эйе, юҡ.

- Ошо үҙе абсурд түгелме ни? Бәләкәй генә баланы ойоҡ бәйләргә ултыртып ҡуяһың да, ул бәйләй белмәй, ә һин, бәйлә лә бәйлә, һин бәйләргә тейешһең, тип ҡысҡырған кеүек түгелме?

- Шулайыраҡ инде. Бына мин гел үҙемдең хеҙмәткәрҙәргә: «Рәсәйҙә иң төп көслө нәмә — хәйерселек», - тип әйтә киләм. Ҡайҙа ҡарама аҡса етмәй, аҡса бүленмәй. Халыҡ үҙенсә тырышҡан була. Шуға күрә тикшереүҙән һуң беҙ ниндәйҙер етешһеҙлектәрҙе асыҡлағас, уларҙы штраф санкциялары менән административ яуаплылыҡҡа тарттырған саҡта, һәр ваҡыт минималь ставканы ҡулланабыҙ. Әгәр кеше ҡағиҙәне боҙған икән, ул уның өсөн яуап тоторға тейеш. Ҡыл да ҡыбырлатмаусы вазифа биләүселәр була. Ә ҡайһы берәүҙәр нисектер, нимәлер эшләргә тырыша, әмәлен таба. Бындайҙарға инде бөтөнләй икенсе ҡараш.

- Янғын хәүефһеҙлеген йә башҡа нәмәне тикшерер алдынан, тәүҙә аҡса бирһендәр ине. Аҙаҡ әйҙә әрләһендәр, әйҙә нишләп эшләмәнегеҙ тип, талап итһендәр.

- Шуға күрә лә беҙ бойороҡто бер айға ғына түгел, ә йыл, йыл ярымға бирәбеҙ. Улар был эште икенсе финанс йыл планына керетһендәр өсөн. Икенсе йылға төҙәтеп ҡуйһындар, ҡайҙа нимә кәрәк икәнен белеп торһондар өсөн хакимиәт башлыҡтарына ла яҙабыҙ.

- Ә етешһеҙлектәр төҙәтеләме һуң?

- Эйе, аҡсаһы ла табыла һәм төҙәтелә лә. Беҙҙең эш штраф һалып йөрөү, отчет яҙҙыҡ та оноттоҡ түгел, ә етешһеҙлекте бөтөрһөндәр өсөн тырышыу.

- Һеҙгә күпмелер кешегә штраф һалырға тигән план ҡуйыламы?

- Юҡ. Ундай план булғаны ла юҡ. Беҙгә тик алдан билдәләнгән тикшереү планы бирелә. Был планға ярашлы прокуратура менән килешеү төҙөйбөҙ.

- Пландан тыш тикшереүҙәр ҙә барҙыр?

- Пландан тыш тикшереүҙәр бойороҡ үтәлешен тикшереү менән генә бәйле. Әммә кеше ғүмеренә, һаулығына, тирә-яҡ мөхиткә хәүеф булырҙай факттар булған саҡта пландан тыш тикшереүҙәр үтеүе мөмкин. Бындай тикшереү прокуратура менән кәңәш ителгәндән, улар ризалыҡ биргәндән һуң ғына башҡарыла.

- Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты тикшерергә ярамай бит.

- Ул тамамланды хәҙер. Улар өсөн 3 йыл каникул булды. Хәҙер беҙ уларҙы ла тикшерә алабыҙ.

- Ә нимәнән һуң тамамланды ул? Кемеровонан һуңмы?

- Кемерово МЧС буйынса. Хәҙер планға ингән һәм пландан тыш тикшереүҙәргә хәүефкә йүнәлтелгән ҡараш. Нимә ул тиһегеҙме? Методик белешмә буйынса һәр бер предприятиеның ниндәй хәүефлек класына ҡарағаны билдәләнә. Улар 6 класҡа бүленә: үтә юғары, юғары һәм шулай артабан китә. Беҙгә 2019 йылға тик 1-3-сө кластар буйынса ғына тикшереү планы бирҙеләр. Беҙҙең территория буйынса үтә юғары хәүеф класына таҙартыу ҡоролмаларын керетергә була. Улар һәр бер ҡалала һәм һәр бер районда бар. Бөгөнгө көндә бер таҙартыу ҡоролмаһы ла тейешенсә эшләмәй. Барыһы ла кәрәкле күләмдә финанс бүленмәүҙән. Беҙ тотонған һыу таҙартылып, кире йылғаларға ҡушыла. Бындай 1-се класлы предприятиелар йыл һайын тикшерелергә тейеш. 2-се класс ике йылға бер тапҡыр, 3-сө класс өс йылға бер тапҡыр, 4-се класс дүрт йылға бер тапҡыр, 5-се класс биш йылға бер тапҡыр тикшерелә. Ә 6-сы класҡа ҡараған предприятиелар бөтөнләй тикшерелмәй. Бына ошо хәүефкә йүнәлтелгән заманса ҡараш була инде. Юридик шәхестәрҙән тыш тикшереүҙәр тигән нәмә лә бар. Уныһын да аңлатып үтәм. Бына берәй кеше ялыу яҙҙы, ти. Мәҫәлән, магазинда көнө-төнө һыуытҡыс дырылдап эшләй, йоҡларға бирмәй. Унда ла яҙған, бында ла яҙған, берәү ҙә ярҙам итмәгән. Пландан тыш тикшерергә ярамай, нимә эшләргә һуң? Беҙ шул фатирға гигиена үҙәген ебәрәбеҙ. Улар көндөҙ ҙә, төнөн дә фатирҙа ишетелгән тауыштың кимәлен тикшерә. Әгәр тауыш кимәле норматив талаптарҙан юғары икән, беҙ тауыштың ныҡ көслө булыуы, кешенең сәләмәтлегенә зыян килтереүе хаҡында прокурорға яҙабыҙ. Прокурор беҙгә пландан тыш тикшереү үткәрергә рөхсәт итә. Шунда ғына беҙ һыуытҡысты һүндерергә тигән ҡарар сығарып, судҡа мөрәжәғәт итәбеҙ.

- Бик оҙаҡ процедура килеп сыға түгелме?

- Оҙаҡ шул.

- Әгәр күршеләр шаулаһа?

- Уныһы инде полиция эше, беҙгә ҡағылмай.

- Кемдең эҫе һыуы юҡ, канализацияһы эшләмәй, былар ҙа һеҙгә ҡағылмайҙыр?

- Былары торлаҡ инспекцияһы ҡарамағында, шулай ҙа ҡайһы нәмәләр — фатирҙағы һауа температураһы, тауыш кимәле һәм ҡайһы бер торлаҡ шарттары ҡағыла. Торлаҡ инспекцияһы менән берлектә тикшереү үткәрәбеҙ.

- Бер кешегә күпме квадрат метр тейешлеген дә ҡарайһығыҙмы?

- Эйе, уныһын да ҡарайбыҙ, мәҫәлән, йоҡо бүлмәһе норматив буйынса күпме майҙанлы булырға тейеш икәнлеген. Кемдеңдер түбәһенән һыу аға, дымлылыҡ көслө һәм башҡа шундай нәмәләрҙе тикшерәбеҙ.

- Яңыраҡ В. Путинға Күмертауҙың Энергетиктар урамының бер йортонда йәшәүселәр видеомөрәжәғәт эшләгәндәр ине, вентиляция дөрөҫ эшләмәй, фатирҙа ел уйнай, тип. Әллә нисәмә йылдар буйына хәл ителмәй, ҡайҙа ғына мөрәжәғәт итмәнек, тиҙәр улар.

- Беҙҙең Роспотребнадзорҙан һәм МЧС-тан ундай тикшереү функцияһын алдылар шул. Элек, йорт төҙөргә проект килә, беҙ проектты ҡарап, вентиляция, һыу, канализация нисек килә икәнлеген, барыһын да ҡарай торғайныҡ. МЧС янғын хәүефлегенә ҡағылышлы нәмәләргә иғтибар итә. Хәҙер был функцияны торлаҡ инспекцияһы үтәй. Ә унда кәрәкле белгестәр юҡ. Шуға шулай килеп сыға ла инде. Ә 3 ҡатлы йорттарға бөтөнләй экспертиза эшләргә тейеш түгелдәр. Шуға күрә бындай 3 ҡатлы йорттарҙы ҡайҙа теләйҙәр, шунда әүәләйҙәр.

- Беҙҙең ҡала-районды ғына алып ҡарағанда, иң күп ялыуҙар ниндәй өлкә буйынса килә?

- Иң күп ялыуҙар ҡатмарлы көнкүреш әйберҙәре — телефондар, һыуытҡыстар буйынса. Шунан ҡала торлаҡ шарттары, сауҙа итеү.

- Хәҙер ни теләйһең, аҡсаң булһа, шуны һатып алырға була. Элек бар нәмә лә дефицит ине. Шулай ҙа, элекке ваҡыттағы менән сағыштырғанда, әйберҙәр сифат буйынса аҡһамаймы?

- Сифат буйынса әҙерәк ҡалыша, әлбиттә. Ҡытай һәм ҡайһы бер башҡа илдәрҙән килгән сәнәғәт тауарҙарының сифатын үҙегеҙ беләһегеҙ. Тиҙҙән чип теркәүе үткәреү сараһын булдырмаҡсылар. Әтеү төрлө билдәле фирма кейемдәрен подвалдарҙа ғына тегеп һаталар бит.

- Хәҙер ГОСТ тигән нәмәне лә бөтөрҙөләр түгелме?

- Юҡ, ҡалды ул. Хәҙер ГОСТ урынына техник регламент ҡулланыла. Бында шул уҡ элекке ГОСТ-ар иҫәпкә алына.

- Аҙыҡ-түлектең сифаты буйынса ла ялыуҙар киләлер бит. Төрлө сығанаҡтарҙы асып ҡараһаң, ҡәнәғәтһеҙлек күп. Беҙҙә 50% аҙыҡ-түлек сифатһыҙ тиелә бер ерҙә, икенсе ерҙә 7-8% тиҙәр. Кемгә ышанырға һуң? Беҙҙең ашаған аҙыҡтың яҡынса күпмеһе ашарлыҡ түгел?

- Аҙыҡ-түлеккә ҡағылышлы ялыуҙар күп килә. Беҙҙең республикала аҙыҡ-түлектең сифаты Аллаға шөкөр әле. Эре ҡалалар ҙа ысынлап та сифат ныҡ аҡһай. Бына һөттө генә алып ҡарайыҡ. Хәҙер һатылған барыһы ла һөт түгел тиерлек. Хатта, Мәләүез һөт-консерва комбинаты буйынса Төмән өлкәһенән ялыу булды. Майҙары техник регламентҡа тура килмәй тиелгән. Әле тикшереү бара. Ҡайһы берҙә порошоктан эшләнгән һөт тә килгеләй.

- Беҙ үҙебеҙгә үҙебеҙ һөт еткерә алмайбыҙ, Белоруссиянан алабыҙ. Ә иген беҙҙә күп. Юғары класлы игенде беҙ тонналап Мысырға ла, башҡа илдәргә лә ебәрәбеҙ. Үҙебеҙгә малға ашата торғаны ғына ҡала, ә ашлыҡты ашатырға мал юҡ хәҙер. Үҙебеҙҙең халыҡҡа шул малға тигән игендән икмәк бешерәләр түгелме? Халыҡҡа мал аҙығы ашатабыҙ бит. Икмәкте ашап ҡарағанығыҙ барҙыр, ашарлыҡ түгел дә һуң?

- Юҡтыр, улай уҡ тимәҫ инем. Хәҙер икмәкте тиҙерәк бешереп һатырға тырышалар, сифатына иғтибар бирмәйҙәр. Шулай уҡ технология, ҡоролмалар менән дә бәйле икмәктең сифаты.

- Илдә 100-ҙән ашыу контроль органдары бар, тиҙәр. Өҫтө өҫтөнә тикшереп торалар, шул уҡ ваҡытта сифаттың яҡшы яҡҡа үҙгәреүе күренмәй.

- Контроль органдары ул хәтлем үк түгелдер, берәй 40-лап барҙыр.

- Бына әле Кемеровоны ла иҫкә алдыҡ. Бәләкәй ҡала түгел бит. Берәү ҙә бер нәмә лә күрмәгән дә, белмәгән дә. Беҙҙең ҡалала ла хәлдәр яҡшы түгел, тиҙәр.

- Бына МЧС, Роспотребнадзор һәм башҡа контроль органдар тикшереүен ныҡ ҡына эшләгәндә, бөгөндән бөтә нәмәне лә ябырға була. Бөтә ерҙә лә ниндәйҙер етешһеҙлектәр табыла.

- Шул етешһеҙлектәрҙе бөтөрөү өсөн нимә мәшәҡәтләгәне тураһындағы сигналдар Кремлгә, Хөкүмәткә барып етмәйме икән ни?

- Уныһын әйтә алмайым. Бына В.Путин йыл да халыҡ менән тура бәйләнешкә сыға. Ай һайын республика башлығы йә губернаторҙар ошондай уҡ сара ойоштороп торһон, тип тәҡдим итер инем. Халыҡтан һорау йыйып, ул һорауҙарға район йә ҡала башлыҡтары яуап бирһен ине. Бына шул саҡта ғына проблемалар асыҡланыр, халыҡты ишетерҙәр ине. Ике миллиондан ашыу һорауға В. Путин ғына яуап биреп бөтә алмай, әлбиттә. Әгәр республика башлыҡтары ла, ай һайын булмаһа ла,шундай осрашыуҙар үткәреп торһа, бәләкәй ҡалаларҙағы, төпкөл ауылдарҙағы проблемалар күренер ине. Нишләп һөт юҡ, тиһең? Сөнки һөт етештереүселәргә һөт етештереп һатыу бөгөн табыш килтермәй. Етештереүселәр һөттө бик арзан хаҡҡа һатып ебәрергә мәжбүрҙәр. Ул хаҡ сығымдарҙы аҡламай. Яңылышмаһам, 14 һум менән генә һатып ебәрәләр һөттәрен. Һөт етештереүсе техника, солярка, бесән, электричество өсөн түләй. 14 һумға һөт һатһа, уның сығымы 20 һумға барып төшә. Етмәһә, һәр береһенең тиерлек кредиты, бурысы бар. Шунан уйлай башлайҙар инде, мал тотоуҙан бер ниндәй файҙа юҡ икәне тураһында. Шулай ҙа беҙҙең халыҡ тырышып-тырмашып ятҡан була. Тик тормошто ғына туҡтатырға ярамай шул, ундай приказ юҡ. Шуға күрә беҙҙә хәҙер һәр кеше нисек булдыра ала, шулай көн итә.

- Кредит биреү өлкәһен дә Роспотребнадзор ҡарай түгелме ни?

- Эйе, прокуратура менән берлектә ҡарайбыҙ. Беҙҙең вәкәләттәр тар, әлбиттә. Мәғлүмәт биреү, килешеүҙәр ныҡ бәләкәй шрифт менән яҙылмаһын, алдамаһындар тигәнерәк техник яҡтарҙы ғына тикшерә алабыҙ.

- Көнкүреш хәлдәре, техника менән булған ялыуҙар күп, аңлашыла. Ә бына һеҙгә эт, бесәй тешләү осраҡтары менән дә киләләр бит инде. Шул эт-бесәйҙәр проблемаһын берәй нисек хәл итеп булмаймы һуң? Йыл да шул бер үк хәл ҡабатлана.

- Мин оперативка һайын хакимиәттәр алдында шул һорауҙы күтәрәм. Аҙнаһына 7-10 эт тешләү осрағы теркәлә. Үҙенең эте тешләһә бер хәл, ә берәҙәк эт тешләһә? Бында ҡотороҡ сире менән ауырып китеү ҡурҡынысы бар. Ваҡытында ярҙам итмәһәң, кеше иҫән ҡалмауы ла мөмкин. Эттәрҙе аулау өсөн тендер иғлан итәләр. Аҡса бүленә. Көйөргәҙе районы менән Күмертауҙы Өфө ҡалаһы отто. Улар киләләр, әҙ-мәҙ йөрөштөрәләр, бер нисә этте тоталар, отчет бирәләр һәм кире Өфөгә ҡайтып китәләр. Өс көндән эттәр тағы күренә, уларға шылтыратһаң: «Беҙ ике көн элек кенә булдыҡ бит», - тиҙәр. Этте тотһалар ҙа, үлтерергә ярамай, питомнигы кәрәк.

- Һеҙ талпан менән дә көрәшәһегеҙ. Шулай уҡ ҡандала, тараҡан элекке замандарҙан алып һаман бар. Нишләп бөтөрөп булмай һуң уларҙы?

- Эйе, улар һаман да бар. Төрлө дарыуҙар уйлап сығарып торалар, әммә ҡандала-тараҡандар ҙа ул дарыуҙарға яраҡлашып торалар. Һары, ҡара ҡырмыҫҡалар ҙа килеп сыға. Талпанға килгәндә инде, яҙ көндәре улар бигерәк күп була. «Нишләп хәҙер талпан күп ул?» - тип һорайҙар гел генә. Элек кеше күп итеп мал тотто. Талпанға ла ашарға кәрәк, улар күбеһенсә шул малға йәбешә торғайны. Хәҙер мал юҡ, шуға талпандар кешене көтөп кенә тора. Элек бит әллә ни эшкәртеүҙәр ҙә эшләнмәй торғайны, хәҙер парктарҙы, күмәк ял итеү урындарында талпанды ағыулайҙар. Әммә был 100% гарантия бирмәй, ҡайҙалыр урманға бараһың икән, үҙеңде тикшереү мотлаҡ.

- Эшегеҙ менән бәйле һорауҙар етеп торор. Һеҙ тыумышығыҙ менән Мәләүез районынан бит әле? Ҡайтып йөрөйһөгөҙмө?

- Эйе, Мәләүез районы Ҡотош ауылында тыуып-үҫтем. Хәҙер атай-әсәй булмағас, йыш ҡайтып йөрөмәйбеҙ. Туғандар бар, атай-әсәй зыяратта ята, шуға һирәк кенә булһа ла, тыуған яҡтарға юл төшә.

- Ауыл мәктәбен тамамланығыҙмы?

- Ауылда һигеҙ класс уҡығас, Мәләүездә 2-се мәктәптә уҡыным. Йәй көнө велосипедта, ҡыш көнө йәйәү йөрөп урта белем алдыҡ. 1970 йылда медицина институтының шул йылда ғына асылған санитар-гигиена факультетына уҡырға индем. Мин балалар табибы булырға теләгәйнем дә, шуға педиатрия бүлегенә уҡырға ингәйнем. Әммә профессор Венер Сәхәүетдинов беҙҙе йыйып алды ла: «Егеттәр, һеҙгә шундай һәйбәт эш буласаҡ, давай шунда күсегеҙ», - тип өгөтләгәс, күстек.

- Тел менән икмәк тапҡан кеше өсөн миңә медицина өлкәһе шундай ҡатмарлы тойола. Һеҙ ҙә ауыл малайы. Бер ҙә генә агроном йә малсы булмағанһығыҙ, нишләптер медицинаға тартылғанһығыҙ?

- Медицина һәр ваҡыт кәрәк беҙгә. Бала тыуа, медицина кәрәк, кеше үлеп китә, тағы ла медицина ярҙамы кәрәк. Тыуғандан алып үлгәнгә ҡәҙәр кешене медицина оҙатып бара. Шуға күрә миндә һәр ваҡыт кешеләргә ярҙам итеү теләге булды. Әйткәндәй, 8-се класты тамамлағас, мине ата-әсәйем Бүздәккә техникумға бухгалтерға уҡырға ебәрҙе. Аҙаҡҡы имтихан биргәндә, ҡарап торам, бында уҡырға килгәндәрҙең береһенең ҡулы юҡ, икенсеһе сатанлай. Гел шундайҙар килгәндәр. Мин, әзмәүерҙәй егет, ҡулым бар, аяғым бар. Ә улар мәжбүри килгәндәр, ултырып ҡына эшләй торған эш булһын өсөн. Мин күп тә уйлап тормай ташлап ҡайтып киттем. Бәлки, шунда күреп ҡайтҡандарым да медицинаны һайлауға булышлыҡ иткәндер.

- Тимәк, һеҙгә химия, биология фәндәре яҡын булған?

- Эйе. Был дәрестәрҙе яратып уҡыным. Медицинала уҡыуы еңелдән түгел, әлбиттә. Латин, инглиз телдәрен өйрәнергә тура килә. Башҡорт телен яҡшы белгәс, ул телдәрҙе өйрәнеүе миңә еңелерәк бирелде.

- Уҡып бөткәс ҡайҙа ебәрҙеләр?

- Беҙ — беренсе санитар табиптары, кадрҙар юҡ ине бер ҡайҙа ла. Уҡып бөткәс, мине Балаҡатай районына баш табип итеп ебәрҙеләр. Мин өйләнгән инем ул саҡта, ҡатын ауырлы. АН-2 самолеты менән килеп төштөк. Ул ваҡытта самолет ҡына оса ине ул яҡҡа, поезд йөрөмәй, машина менән барыуы оҙаҡ. Атай: «Ул яҡта, улым, көнбағыш, кукуруз үҫмәй. Һыуығыраҡ ул яҡта, икенсе климат, нисек эшләрһең инде?», - тигәйне. Бына самолет менән аэродромға килеп төштөк. Тирә-яҡта урман-тау. 1 август көнө. Икенсе яҡҡа әйләнеп ҡараһам, көнбағыш сәскә атып ултыра. «Бына һиңә, көнбағыш та үҫә икән», - тип аптырап киттем (көнбағышты бында силосҡа тип кенә үҫтерәләр икән). Халыҡҡа эйәреп киттек инде. Тентлы йөк машинаһына ултырҙыҡ. Юлдар һикертә генә. Больницаға тиклем саҡ барып еттек. Тәүҙә бер әбейҙә торҙоҡ, шунан ике ҡатлы йорттан ике бүлмәле фатир бирҙеләр. Уңайлы шарттар юҡ, һыуҙы үҙеңә ташырға кәрәк, һыуыҡ. Улыбыҙ тыуҙы. Шулай итеп 8 йылдан ашыу йәшәп ташланыҡ бында. Ул ваҡытта партия көслө ине бит. 2-3 йыл эшләгәс, партияға алдылар. КПСС ағзаһы булып киттем, дауаханала партия ойошмаһы етәксеһе урынбаҫары итеп ҡуйҙылар. Бер йыл эшләгәс, райкомпартияға инструктор булып барырға бик ныҡ өгөтләне. «Медицинала эшләр өсөн махсус рәүештә 6 йыл уҡыным бит. Партияла ҡалам, үҙемдең эшемде башҡарасаҡмын», - тип саҡ күндерҙем.

- Хәҙер һеҙ үкенмәйһегеҙме? Бөгөнгө көндә «Берҙәм Рәсәй» партияһында бер ҙур кеше булып йөрөр инегеҙ.

- Юҡ, үкенмәйем.

- Балаҡатайҙан тыш тағы эшләгән урындарығыҙ булғандыр инде?

- Унан һуң Ермолаевоға санэпидемстанцияға, ул саҡтағы Күмертау районының баш табибы итеп күсерҙеләр. Аҙаҡ ҡала менән берләштергәс, 1990 йылда Күмертауға күсергә тура килде. Бында лаборатор хеҙмәтен киңәйтеү кәрәк булып сыҡты. Шунан мин үҙебеҙҙең эшләгән бина янына тағы ике ҡатлы бина төҙөтөп ҡуйҙым. Унда профдизенфекция һәм химлаборатория урынлашҡан. Шулай эшләмәһәк, беҙҙе йәки ябып, йәки Салауат, Стәрлетамаҡҡа берләштереп ҡуйырҙар ине. Тырышып-тырмашып, хаттар яҙып, аҡса табып, саҡ төҙөтөп ҡуйҙым. Ул саҡта минең турала: «Үҙенә ике ҡатлы йорт төҙөй икән», - тип һөйләп тә сығарҙылар, хатта. Шулай итеп Күмертау биш район-ҡаланың үҙәк учреждениеһына әйләнде.

- Ғаиләгеҙ тураһында ла һөйләшәйек әле. Һеҙҙең нисә бала?

- Беҙ ҡатыным менән ике ул, бер ҡыҙ тәрбиәләп үҫтерҙек. Мин ул яҡтан үҙемдең бурысымды үтәнем. Ҡыҙым Өфөлә Башкирэнерго өлкәһендә хеҙмәт итә. Кесе улым Күмертауҙа йәшәй, «Подземгаз»да эшләй. Оло улым медицина юлын һайланы, стоматолог.

- Һеҙҙең эшегеҙ ҡатмарлы. Төндә лә саҡырып алырға мөмкиндәр, тинегеҙ. Балалар үҫтергән саҡта ҡыйын булманымы?

- Ҡыйын саҡтар ҙа булғандыр инде. Төндә лә шылтыраталар, төндә лә эшкә сығып киткән ваҡыттар булғылай. Тырыштыҡ. Балаларҙың барыһын да уҡыттыҡ, юғары белем бирҙек. Әлеге көндә һәр береһе үҙ урынын табып, матур итеп йәшәп ята. Ике ейәнем, бер ейәнсәрем бар.

- Һеҙҙең эшегеҙҙә иң ауыры нимә?

- Иң ауыры — үҙеңде тота белеү һәм үҙеңдең принципиаллекте күрһәтеү. Беҙҙең эштә хис-тойғо менән эшләргә ярамай. Шулай уҡ үҙеңдең ерҙә йөрөгәнеңде аңлап йәшәү. Мин гел генә тикшереүселәргә әйтә торғайным: «Үҙегеҙҙе шул кеше урынына ҡуйып ҡарағыҙ. Һеҙ үҙегеҙ ул урында нимәлер эшләй алыр инегеҙме? Шунан сығып ҡына хәл итергә кәрәк», - тип. Бер яҡтан принципиаль, талапсан, ҡаты булырға, әммә шул уҡ ваҡытта, бөгөнгө көндөң реаль яҡтарын да күҙ уңында тоторға кәрәк. Бойороҡ биреп китеп кенә булмай, аҙаҡ йәш етәкселәргә кәңәш биреп, нисектер ярҙам итергә лә тырышыр кәрәк була. Шулай итеп беҙ тикшереп кенә ҡалмайбыҙ, ярҙам да итәбеҙ. Һәр ваҡыт бәйләнештә торабыҙ.

- Бына һеҙҙе махсус рәүештә, үҙҙәренең файҙаһы өсөн, берәүһен тикшерергә ебәргәндәре бармы?

- Юҡ, ундай нәмә юҡ. Миҫал өсөн, быйыл бөтә балалар лагерҙарын асыр өсөн, беҙ санитар ҡағыҙы бирергә тейеш булдыҡ. Билдәле генә бер мәктәп етәкселеге: «Беҙгә бигерәк талапсан ҡараштаһығыҙ», - тигән дәғүәһен белдерҙе. Бөтә ерҙә үрмәксе ауы, дымлылыҡ көслө, күк еҫе, бысраҡ. Уға аҡса кәрәкмәй бит, йыуып, кәрәк ерен әҙерәк буяп, аҡлап ҡына ҡуйырға кәрәк. Хәҙер аутсорсинг системаһы менән эшләгәс, ашау өсөн берәү, бина өсөн икенсе кеше яуап тота. Шуға: «Һин дә бригадир, мин дә бригадир, атҡа бесән кем һалыр?» - тигән һымаҡ тик ултыралар ҡайһы берәүҙәр.

- Һеҙгә ришүәт тәҡдим иткәндәре бармы?

- Ниндәйҙер ришүәткә ишара яһауҙар була инде. Мин һәр ваҡыт тыныс йоҡларға, тыныс эшләргә теләйем. Үҙебеҙҙең эштәгеләргә лә гел әйтәм был турала. Прокуратура, полицияға ла шул ришүәт алыусыларҙы тотоп, отчет эшләргә ҡушылған, һаҡ булығыҙ, тип әйтәм. Бөтә йөрәктән бирәм тигән булалар. Коньяк-фәлән алып киләләр, мунсаға барайыҡ, тиҙәр. «Минең эш хаҡым етә. Миңә бер нәмә лә кәрәкмәй», - тип ҡыуып сығарам ундайҙарҙы.

- Һеҙгә 65 йәш. Һеҙ хәҙер аҡһаҡал. Тормоштоң бар яғын да күреп, ниндәй генә кешене осратмағанһығыҙ. Үҙегеҙҙең тормошоғоҙҙо үҙгәртергә теләр инегеҙме? Партияға китһәм, педиатрияға китһәм, тормошом икенселәй булыр ине, тигән уйҙар булғыламаймы?

- Ундай уйҙар һәр кешелә булалыр, моғайын. Хәҙер тормошто икенсе яҡҡа үҙгәртеп тә булмай, ундай теләгем дә юҡ. Үҙемдең эшемде яратам, уға тоғро хеҙмәт итәм. Ҡасандыр Өфөгә лә эшкә саҡырғайнылар, Роспотребнадзор идаралығы етәксеһенең урынбаҫары итеп. Риза булманым. Шул ғына әҙерәк үкендергән һымаҡ. Бәлки, риза булырға кәрәк булғандыр. Оло яуаплылыҡ тойҙом шул.

- Бая әйтеп киттегеҙ, партияға керҙем тип. Партбилетығыҙҙы һаҡлайһығыҙмы?

- Ҡайҙалыр яталыр инде. Сығарып ташламаным былай.

- Дингә ышанаһығыҙмы?

- Һәр бер кеше күңелендә дингә ышаналыр ул. Алла һаҡлаһын, Алла бирһә тигән һүҙҙәрҙе барыбыҙ ҙа ҡулланабыҙ. Электән, ата-бабаларҙан килгән дингә ышаныу күңелдә барыбер һаҡлана. Хәйер-саҙаҡа бирәбеҙ, мулла саҡыртабыҙ, Ҡөрьән уҡытабыҙ.

- Һеҙгә 65 йәш тулды, хәҙер һеҙгә эштән китергә тура киләсәкме?

- Әлегә әйтә алмайым. Минең эшләрлек көсөм дә, һаулығым да бар. Шуға күрә, бәлки, тағы әҙерәк эшләргә ҡалдырырҙар. Икенсе яҡтан, эшләрлек кадрҙар ҙа юҡ. Йәштәр килмәй. Улар тынысыраҡ эш урыны һайлай.

- Психологик яҡтан пенсияға китергә әҙерһегеҙме?

- Бөтә тормошоңдо ошо хеҙмәткә арнаһаң, ошо эш менән йәшәһәң, әлбиттә, китеүе ҡыйыныраҡтыр. Шулай ҙа мин бар нәмәгә лә әҙермен.

- Һеҙҙең хобби бармы?

- Бар, тик әйтмәйем.

- Рафаил Әхәтович, ҡыҙыҡлы әңгәмәгеҙ өсөн һеҙгә ҙур рәхмәт. Оло юбилейығыҙ менән һеҙҙе ысын күңелдән ҡотлайбыҙ. Алдағы тормошоғоҙ ҙа тик һаулыҡта, бәхеттә генә үтһен.

- Үҙегеҙгә ҙур рәхмәт. Һүҙем аҙағында шуны ла әйткем килә. Минең хеҙмәт — ул бер үҙемдеке генә түгел. Коллектив менән бергә, уларҙың ярҙамы менән эшләйем. Эшләгән осорҙа миңә һәр ваҡыт яҡшы, грамоталы кешеләр осраны. Бар эште лә шул яратҡан коллективым менән башҡарабыҙ. Шуға күрә үҙемдең коллективыма ҙур рәхмәтлемен.
Читайте нас: