Все новости
Беҙҙең әңгәмә
12 Августа 2018, 20:27

«ГЕЛ ЯҠШЫ КЕШЕЛӘР ГЕНӘ ОСРАЙ»

«Юшатыр» гәзите, юбилей йә ниндәйҙер башҡа ваҡиға айҡанлы, теге йәки был өлкәлә билдәлелек алған яҡташтарыбыҙ менән әңгәмәләр ойоштороп тора. Беҙҙең сираттағы ҡунағыбыҙҙы ла белмәгән кеше юҡтыр. Бик күп йылдар Күмертау ҡалаһы башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе яуаплы вазифаһын үҙ иңдәренә йөкмәгән, шул уҡ ваҡытта ҡала үҙәкләштерелгән китапханалар системаһын етәкләгән Әлфиә Фәйзрахман ҡыҙы Шәмиғолова 60 йәшлек юбилейын билдәләне. Ошо матур ғүмер байрамына бәйле уның менән әңгәмә ойошторҙоҡ.

«Юшатыр» гәзите, юбилей йә ниндәйҙер башҡа ваҡиға айҡанлы, теге йәки был өлкәлә билдәлелек алған яҡташтарыбыҙ менән әңгәмәләр ойоштороп тора. Беҙҙең сираттағы ҡунағыбыҙҙы ла белмәгән кеше юҡтыр. Бик күп йылдар Күмертау ҡалаһы башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе яуаплы вазифаһын үҙ иңдәренә йөкмәгән, шул уҡ ваҡытта ҡала үҙәкләштерелгән китапханалар системаһын етәкләгән Әлфиә Фәйзрахман ҡыҙы Шәмиғолова 60 йәшлек юбилейын билдәләне. Ошо матур ғүмер байрамына бәйле уның менән әңгәмә ойошторҙоҡ.


Малик Ильясов: 60 йәш тиһәң, күҙ алдына таяҡҡа таянған ҡарт кеше баҫа. Ә бына һеҙгә 60 йәш тулды, тип әйтһәң, берәү ҙә ышанмаҫ, моғайын. Һеҙ һаман да йәш, матурһығыҙ, йүгереп йөрөйһөгөҙ. Һеҙҙең һаман да шулай йәш булып ҡалыуығыҙҙың сәбәбе нимәлә? Әллә хәҙерге заман шул хәтлем шәпме?

Әлфиә Шәмиғолова: Барыһы ла кешенең эске күңел торошонан килә.

Малик Ильясов: Властар пенсия йәшен оҙайтып, изге эш эшләйҙәр булып сығамы әллә?

Әлфиә Шәмиғолова: Юҡ, мин улай тип уйламайым. Пенсия йәшен оҙайтыуға ҡырҡа ҡаршымын.

Малик Ильясов: Нишләп?

Әлфиә Шәмиғолова: Барыбер кешеләр шул тиклем оҙаҡ йәшәмәйҙәр бит. Оло йәштәгеләрҙе, бигерәк тә, ир-аттарҙы йәлләйем мин. Ҡарап тороуға бынамын тигән, һап-һау күренгән ирҙәр ҡапыл ғына мәрхүм була ла ҡуя. Күптән түгел, 62 йәшендә генә эшләп йөрөгән бер туған абзыйым шулай итеп, ҡапыл ғына, яҡты донъянан китеп барҙы. Бына ошондай миҫалдарҙы бик күп килтерергә була.

Малик Ильясов: Бына һеҙ әле генә әйтеп киттегеҙ, барыһы ла эске күңел торошонан тип. Һеҙгә ошо ғүмер ағышында төрлөһөн күрергә тура килгәндер. Совет осорон да, 90-сы йылдарҙы ла үттегеҙ бит.

Әлфиә Шәмиғолова: Эйе, 70-се, 80-се, 90-сы, Совет осорҙарын да үттек. Бигерәк тә 90-сы йылдар хәтерҙә ныҡ ҡалған. Ул саҡта эштә лә, өйҙә лә ҡыйын булды. Эш хаҡын 6 айлап бирмәй торғайнылар. Әммә беҙ барыбер бирешмәнек, ул ауыр ваҡыттарҙы ла йырып сыҡтыҡ. Баҡса үҫтереп, картуф сәсеп, шуның менән көн күрергә тура килһә лә.

Малик Ильясов: Эйе, беҙгә ҡарағанда, һеҙ күберәк күргәнһегеҙ, сағыштырыр нәмәләрегеҙ байтаҡ. Һеҙ шул осорҙарҙың ҡайһыныһы иң яҡшыһы тип әйтер инегеҙ?

Әлфиә Шәмиғолова: Нимәһе ҡыҙыҡ, минең өсөн нәҡ ана шул 90-сы йылдар, юҡлыҡ саҡтары иң бәхетле осор булды. Аҡса булмаһа ла, әйберҙәр булмаһа ла, нисектер эшләргә, йәшәргә дәрт көслө ине. Ваҡытында эш хаҡы алмаһа ла, барыһы ла тырышты, эшләне, яҡты тормошҡа өмөт менән йәшәне. Бына хәҙер аҡса ла бар, кейергә кейеме лә бар, әммә кешеләрҙең күңелдәре икенсе. Уларҙың күңелдәре элекке замандағы һымаҡ асыҡ түгел.

Малик Ильясов: Һеҙҙең бар ғүмерегеҙ китап менән бәйле.

Әлфиә Шәмиғолова: Эйе, мин 5 йәштән китап уҡый башланым. Әсәйем драматургия өлкәһендә эшләне. Беҙҙең өйҙә китаптан күп нәмә юҡ. Бала саҡтан китаптарҙың руссаһын да, башҡортсаһын да рәхәтләнеп уҡыным.

Малик Ильясов: Китапҡа ҡарата һөйөү аңлашыла, әлбиттә. Совет осоро балалары барыһы ла тиерлек шундай булды. Статистика буйынса иң күп уҡый торған ил инек.

Әлфиә Шәмиғолова: Ул саҡтарҙа телевизор булманы бит. Бөтә кеше китап, гәзит-журнал уҡыны. Ғаиләләре менән йыйылышып ултырып уҡый торғайнылар. Әнейем беҙҙе лә, 6 баланы, ултыртып ала ла, уҡый ине.

Малик Ильясов: Китаптың әһәмиәте хаҡында күп әйтелгән. Кешенең йортонда китап бар икән, ул кеше насар түгел, тип уйлайһың һәр саҡ, ул кешегә хөрмәт менән ҡарайһың.

Әлфиә Шәмиғолова: Тап шулай шул. Бына беҙҙең китапханаға ла насар кеше йөрөмәй, беҙҙә насар кеше лә эшләмәй.

Малик Ильясов: Һеҙҙең яратҡан яҙыусыларығыҙ бармы?

Әлфиә Шәмиғолова: Бар, әлбиттә. Мостай Кәрим әҫәрҙәрен яратып уҡыйым. Чеховтың китаптарын ғаилә менән уҡыныҡ. Минең класташтар балалар әҙәбиәтен уҡыған саҡта, мин 7-се класта уҡ сит ил классиктары әҫәрҙәрен яратып уҡый башлағайным.

Малик Ильясов: Эшегеҙ ҙә китап менән бәйле булғас, тағы сағыштырып ҡарайыҡ әле. Үҙемдең тәжрибәнән сығып әйткәндә, элек берәй һирәк осраған китап артынан сират тора ине. Ул китап сепрәккә әйләнеп бөтә, тегелгән, ямалған була торғайны.

Әлфиә Шәмиғолова: Булды ундай замандар. Үҙем дә 90-сы йылдарҙа сират тороп ала инем китаптарҙы. Әле лә оло йәштәгеләр киләләр ҙә шул элек һирәк осраған китаптарҙы яңынан алып уҡырға яраталар. Кешеләр барыбер шул элекке ваҡыттарҙы, 90-сы йылдарҙы һағыналыр, моғайын.

Малик Ильясов: Аңлашыла, оло быуын кешеләре һаман да уҡый, китапханаға йөрөй. Шулай ҙа китапҡа ҡарата ҡыҙыҡһыныу һүнде түгелме һуң? Ғөмүмән, йәштәр киләме ул китапханаға?

Әлфиә Шәмиғолова: Килә. Күп киләләр. Ҡыҙыҡһыныу һүнде, тип әйтеп булмай. Йәштәр ҙә китап уҡый. Күбеһенсә электрон варианттарҙа уҡыйҙар, әлбиттә. Телефондарына йә компьютерҙарының хәтеренә һалалар ҙа, ваҡыттары булған саҡта асалар ҙа уҡыйҙар. Китап уҡыу, китапҡа ҡарата ҡыҙыҡһыныу яңынан ҡайта башланы. Хәҙер китаптарҙың ниндәйе генә юҡ! Өфөгә барғанда ла, китап магазиндарына инһәң, китап һайлаусы бик күп йәштәрҙе осратып ҡыуанаһың. Балалар ҙа китапханаға күп йөрөй, сират торалар, хатта. Йәш ата-әсәләр китап биргән тәрбиәнең яҡшы яҡтарын аңлай башланы. Йәш, мәҙәниәтле, белемле кешеләрҙең бөтәһе лә бар яҡшылыҡтың тик китаптан башланғанын белә. Йәштәргә ышанам мин. Йәштәр бөтөнләй икенсе бит хәҙер. Улар иҫерткес эсемлектәр ҡулланмай, тик файҙалы эсемлектәр эсә, интернетта ултыра.

Малик Ильясов: Эйе, дөрөҫ әйтәһегеҙ. Йәштәр хәҙер эскелек менән мауыҡмай. Эскелек модала түгел, тиҙәр.

Әлфиә Шәмиғолова: Беҙ барыбер Европа илдәре артынан ҡыуабыҙ. Миңә күп илдәрҙә булырға тура килде. Финляндияның китапханаларында булдым. Ундағы китапҡа ҡарата мөнәсәбәттең шундай яҡшы булыуы ҡыуандырҙы. Бында, хатта, коляскалағы сабый балалары менән йөрөүселәр ҙә күп. Китапханаларҙа кешеләр өсөн уңайлы мөхит булдырылһа, улар һәр ваҡыт йөрөйәсәк. Халыҡ мәғлүмәтле, белемле булһын өсөн властәр китапханалар өсөн күп яҡшы эш башҡара.

Малик Ильясов: Власть кешеләре өсөн белемле кешеләрҙең күп булыуы, киреһенсә, насар түгелме ни?

Әлфиә Шәмиғолова: Китап күп уҡыған һайын, енәйәтселек кәмей, төрлө насар ҡылыҡлы кешеләр әҙерәк, ә мәҙәниәтлек юғары була башлай. Эшкә лә бит күберәк белемле кешеләрҙе алалар. Сит илдә китап уҡыусылар өсөн бар шарттар тыуҙырылған. Кергәс тә, компьютерҙар, интернет тора, сабыйҙарҙы имеҙеү урындары һәм башҡа уңайлыҡтарҙың барыһы ла бар.

Малик Ильясов: Тимәк, унда финанс яҡтан ярҙам ҙур, ә беҙҙәге китапхана системаһының финанс яғын нисек баһалайһығыҙ? Аҡса бирәләрме, етәме?

Әлфиә Шәмиғолова: Әле күптән түгел Ҡырымда булып ҡайттым. Ундағы балалар китапханаһына инеп, иҫем китеп сыҡты. Биналары иҫке, китап фонды ла насар ғына. Башҡортостан китапханаларының күптәренән айырмалы рәүештә беҙҙең Күмертау китапханаларының кимәле күпкә юғары. Аҡса бүленә, компьютерҙар, интернет бар. Шулай ҙа тағы ла күберәк аҡса бүленһә, тағы ла яҡшыраҡ булыр ине, әлбиттә.

Малик Ильясов: Ә китапханасыларҙың эш хаҡына килгәндә?

Әлфиә Шәмиғолова: Хеҙмәт хаҡын быйыл Башҡортостан буйынса уртаса эш хаҡы кимәленә күтәрергә тырыштылар. Эш хаҡы яҡшы хәҙер беҙҙең. Ай һайын уны күтәреү өсөн субсидия алып торабыҙ. Хакимиәт тә ярҙам итеп тора беҙгә. Шулай ҙа халыҡ өсөн китапханаларҙы тағы ла уңайлыраҡ итергә тырышырға кәрәк. Беҙ бит мәҙәниәттең берҙән-бер бушлай учреждениеһы. Кешеләр күп килә беҙгә. Бигерәк тә пенсионерҙар китапханаға йөрөргә ярата. Беҙ улар өсөн төрлө түңәрәктәр ойошторабыҙ. Бейеү, йырлау, бәйләү түңәрәктәре эшләп килә. Шулай уҡ компьютерҙа эшләргә лә өйрәтәбеҙ. Хаҡлы ялдағыларға башҡа барыр урын юҡ бит, улар беҙгә килә. Беҙҙә бөтә нәмә лә бушлай. Бында улар рәхәтләнеп бер-береһе менән аралаша.

Малик Ильясов: Шулай булғас, китапхана — китап алыу урыны ғына түгел, ә аралашыу үҙәге, уңайлы мөхит үҙәге лә булып тора түгелме?

Әлфиә Шәмиғолова: Эйе, тап өҫтөнә баҫтығыҙ. Беҙҙә төрлө уйын майҙансыҡтары ла бар. Мәҫәлән, пенсиоенерҙар килә лә, шахмат йә шашка уйнайҙар. Һәр береһе тик үҙен генә ҡыҙыҡһындырған шөғөл менән булыша. Беҙ уларҙы төрлө түңәрәктәргә берләштереп кенә торабыҙ. Улар беҙҙә, хатта, бәйләйҙәр, тегәләр, сигәләр. Күберәк йәш пенсионерҙар килә. Сөнки уларҙың көстәре лә, ваҡыттары ла етәрлек. Элекке һымаҡ эскәмйәлә ултырмайҙар улар, нимәлер эшләргә, артабан үҫергә теләйҙәр.

Малик Ильясов: Башҡортса уҡығандар бармы һуң?

Әлфиә Шәмиғолова: Башҡортса ла уҡыйҙар. Милли әҙәбиәт бүлеге яңыра, үҫешә. Яңынан-яңы китаптар алып торабыҙ. Балалар менән, гимназия, лицей уҡыусылары менән дә эштәр гөрләй. Күбеһенсә яҙыусылар менән берлектә эшләйбеҙ. Улар менән төрлө ҡыҙыҡлы саралар үткәрәбеҙ. Яҙыусылар үҙҙәрен беҙҙә өйҙәрендәге кеүек хис итә. Күмәкләшеп йыйылышалар, әңгәмәләшәләр. Миңә был бик оҡшай. Башҡа ҡалаларҙа улай түгел.

Малик Ильясов: Һеҙ үҙегеҙгә ҙур яуаплылыҡ алғанһығыҙ, ҙур йөк тип тә әйтергә була. Башҡорт ҡоролтайы тураһында һүҙем. Ошо эшкә риза булғанығыҙ өсөн үкенмәйһегеҙме?

Әлфиә Шәмиғолова: Ныҡ ауыр эш, шул хәтлем ҡыйын эш, әлбиттә.

Малик Ильясов: Ҡыйынлығы нимәлә һуң?

Әлфиә Шәмиғолова: Яуаплылыҡ көслө. Беҙҙең ҡалалағы мәҙәниәт, мәғариф, башҡорт халҡының тормошо, социаль хәле өсөн ниндәйҙер кимәлдә яуаплылыҡ тоям. Берәй хәл була ҡалһа, иң тәүҙә миңә киләләр бит, миңә һорау бирәләр. Шәхсән дә киләләр, коллектив менән дә киләләр. Мин һәр ваҡыт мөмкин булғанса ярҙам итергә тырышам. Әгәр минең генә ҡулдан килмәй икән, Бөтә донъя ҡоролтайына шылтыратам, саҡырам.

Малик Ильясов: Һеҙҙең ҡарашҡа беҙҙең милләткә ҡағылған иң төп проблема нимәлә?

Әлфиә Шәмиғолова: Тел проблемаһы инде.

Малик Ильясов: Беҙҙең берҙәмлек булмауы ла төп проблема булып тора түгелме?

Әлфиә Шәмиғолова: Уныһы ла бар. Туған телде өйрәнеү өсөн дә шул берҙәмлек кәрәк бит. Күптәр телде өйрәнеүгә битараф ҡарай, ҡурҡалар, килмәйҙәр. Бик аҙҙар ғына беҙгә ярҙам итә. Ундайҙар менән бергә эшләйбеҙ. Кешеләр тураһында һөйләгем килмәй. Һәр кемдең үҙ намыҫында. Кем теләй, шул эшләй.

Малик Ильясов: Тағы ла бер проблемалы нәмә, беҙҙең халыҡ араһында эшҡыуарҙар юҡ. Ғөмүмән әйткәндә, байҙар юҡ.

Әлфиә Шәмиғолова: Милли һыҙат, характер шундай беҙҙең.

Малик Ильясов: Был һеҙгә лә төрлө ҡыйынлыҡтар тыуҙыралыр? Спонсор ярҙамы ла кәрәк, ә барырға кеше юҡ.

Әлфиә Шәмиғолова: Кешеләр бар, тик барыһы ла биреп бармай. Ике кешегә — Зиннур Исхаҡов менән Хәйҙәр Ғайсинға барам. Уларға рәхмәт, һәр ваҡыт ярҙам итәләр. Зиннур Закир улы һәр саҡ килә, һөйләшә. Беҙ бөтә проблемаларҙы һөйләйбеҙ уға, уның менән бергәләшеп уйлашабыҙ, ул үҙенең төплө кәңәштәрен бирә. Уның менән эшләүе рәхәт.

Малик Ильясов: Етәкселек звеноһында беҙҙекеләр бөтөнләй юҡ бит. Был һорауҙы ҡасандыр күтәреп тә ҡаранылар.

Әлфиә Шәмиғолова: Борис Владимирович гел әйтә килә: «Миңә башҡорт кадрҙары бирегеҙ», - тип. Мин булған резюмеларҙы биреп торам. Булмаған кешене ҡайҙан алайым инде?

Малик Ильясов: Беҙ, бәлки, милли кадрҙарҙы үҫтерә белмәйбеҙҙер? Совет заманында милли кадрҙар сәйәсәте лә булды бит. Ниндәйҙер нисбәтте һаҡлай торғайнылар.

Әлфиә Шәмиғолова: Беҙҙең башҡорттар аҡыллы ул. Уларға бында Күмертауҙа нимә эшләргә? Улар ҙурыраҡ ҡалаларға китәләр, артабан үҫешәләр һәм дөрөҫ тә эшләйҙәр. Улар афариндар, юғарыға ынтылалар. Ҡалала башҡорттар күпме генә һуң?

Малик Ильясов: 16%

Әлфиә Шәмиғолова: Шул 16% эсенә кемдәр инә? Күбеһенсә пассив кешеләр, актив кешеләр юҡ. Кем менән эшләргә һуң? Әүҙемдәре китеп бөткән.

Малик Ильясов: Кеше ситкә күп китә, тыуым да аҙ, үлем күбәйә. Милли кадрҙар күбеһенсә ауылдан сыға. Хәҙер ауылдар ҙа бөтә. Йәштәр ауылдан китә.

Әлфиә Шәмиғолова: Нисек кенә булһа ла, мин Күмертауҙың киләсәгенә ышанам. Ҡала күтәрелеп китәсәк ул, яйлап ҡына булһа ла. Бында дөрөҫ сәйәсәт алып барыла. Күмертауҙы ташлап киткәндәр ҙә берәй ваҡыт кире әйләнеп ҡайтырҙар әле.

Малик Ильясов: Эш эш менән, шәхси яҡтан алып ҡарағанда, дәртегеҙ, һаулығығыҙ, көсөгөҙ бар, шулай ҙа һеҙгә инде 60 йәш, барлыҡ эштәрҙе ташлап, тыныслыҡ тураһында уйламайһығыҙмы?

Әлфиә Шәмиғолова: Юҡ, ул турала уйламайым да әле ул мин. Әлбиттә, йәш бара, эштән китергә, башҡа кешеләргә урын бирергә кәрәк икәнен аңлайым. Мин эштән киткән осраҡта ла, өйҙә ултырырға йыйынмайым. Минең шөғөлләнәһе эштәр планы әллә ҡасан әҙер инде. Хәлем, көсөм бар. Тәжрибәм дә ҙур, кешеләргә лә ярҙам итә алам. Бәлки, берәй үҙемдең эшемде асып ебәрермен. Эштән кит, тигән кеше юҡ әлегә, юғарылағы етәкселәр ҙә: «Беҙ һеҙҙең менән артабан да эшләйәсәкбеҙ», - ти. Был яҡтан миңә үҙемдең әсәйем үрнәк булып тора. Ул 85 йәшенә тиклем эшләне. Төрлө түңәрәктәр алып барҙы. Бер ҙә генә өйҙә ултыра алманы ул, ойоҡбаштар бәйләп өйҙә ултырыу теләге булманы уның. Шуға мин дә, көсөм булған саҡта эшләйәсәкмен әле, ҡалғанын донъя үҙе күрһәтер. Иң мөһиме — һаулыҡ.

Малик Ильясов: Ҙур тормош тәжрибәһе туплаған кеше булараҡ, һеҙҙең кешеләргә әйтер һүҙегеҙ ҙә барҙыр?

Әлфиә Шәмиғолова: Минең тормошҡа ҡарашым — һәр ваҡыт бөтә кешеләр менән гармонияла булыу, шулай уҡ үҙ-үҙең менән дә. Бер ҡасан да асыуланырға ярамай, кешеләрҙе яратырға кәрәк. Насар кешеләр минең тирәлә бөтөнләй юҡ, ундайҙар миңә бер ҙә генә осрағаны юҡ. Минең йөҙөмә бәреп, һин шундай ҙа, һин бындай, тип әйтеүсе лә булманы. Минең иң ҙур бәхетем — тормош юлымда һәр ваҡыт яҡшы кешеләр генә осрай. Иң мөһиме — балалар иҫән, ейәндәр иҫән булһын. Әлеге көндә ике улымдан ике ейәнем ҡыуандыра мине.

Малик Ильясов: Әгәр ниндәйҙер ғәҙелһеҙлек күрһәң, өндәшмәй ҡалырғамы?

Әлфиә Шәмиғолова: Юҡ, ундай саҡта мин бер ҡасан өндәшмәй ҡалмайым. Мин һәр ваҡыт ғәҙеллек өсөн, һәр саҡ кешеләргә ярҙам итергә тырышам. Үҙемдең ярҙамым файҙа килтергәнсе тыныслана алмайым. Башлаған эште аҙағына тиклем еткерергә кәрәк, бигерәк тә, һин етәксе икәнһең йәки ысынлап та яҡшы кеше булһаң. Үҙең тирәһендәгеләргә ярҙам итергә, барыһын да күрергә, белергә кәрәк. «Үҙемдең бөтәһе лә һәйбәт булғас, булды», - тип йөрөргә ярамай. Ниндәйҙер кәмселектәрҙе күрәһең икән, төҙәтергә тырышаһың. «Әйҙәгеҙ шулай итәйек, әйҙәгеҙ былай итәйек, ярҙам итеп ебәрәйек»,- тип кемгәлер мөрәжәғәт итергә лә тартынырға ярамай. Бына һаман да алдымда бер проблема тора — иҫке зыяраттың мосолман бүлеген тәртипкә килтереү өсөн өмә үткәрергә ине. Бер нисек тә кешеләрҙе йыя алмайым. Беҙҙең китапханала күбеһенсә ҡатын-ҡыҙҙар бит. Ғәҙәттә ҡатын-ҡыҙҙарға зыяратта йөрөргә ярамай. Шуға күрә күберәк ир-егеттәрҙе йыйырға ине. Рус халҡы зыяраттарын ныҡ ҡарай, тәртиптә тота. Беҙҙекеләр ул хәтлем ҡарап бармай шул. Тереләр тураһында ғына уйларға түгел, шулай уҡ мәрхүмдәрҙе лә оноторға ярамай.

Малик Ильясов: Әлфиә Фәйзрахман ҡыҙы, беҙгә килгәнегеҙ, матур әңгәмәгеҙ, беҙҙең менән һәр саҡ теләктәш булғанығыҙ өсөн һеҙгә ҙур рәхмәт! Тағы бер тапҡыр һеҙҙе матур юбилейығыҙ менән ҡотлайбыҙ, иҫәнлек-һаулыҡ, бәхет теләйбеҙ.


Читайте нас: