Все новости
Беҙҙең әңгәмә
14 Сентября 2018, 11:12

БЫНДА БИК КҮП СЕРҘӘР ҺАҠЛАНА

Беҙгә эш буйынса төрлө кешеләр менән аралашырға тура килә. Кәрәкле мәғлүмәтте кемдеңдер ауыҙынан тартып тигәндәй алаһың, ә кемдәрҙер шул тиклем ихлас яуап бирә. Бына шундай ихлас кешеләрҙең береһе — Күмертау ҡалаһы архивы директоры Любовь Попова. Ул үҙ эшен шул тиклем ярата, уны тыңлап ултырыуы үҙе бер кинәнес. Беҙҙең өсөн архив ниндәйҙер бер бөтмәҫ-төкәнмәҫ ҡағыҙҙар ояһы һымаҡ күҙ алдына баҫа. Ысынында иһә бында бик күп ҡыҙыҡлы, серле мәғлүмәт һаҡлана: Күмертауҙың бар тарихы, кеше яҙмыштары... Архивта күптән түгел ремонт эштәре тамамланды. 752 квадрат метрлы өс ҡатлы бина ремонттан һуң ялтлап тора. Ҡыҙыҡ һәм ҡайһылыр ерендә ҡыҙғаныс та нәмәләр тураһында беҙ килеп инеү менән Любовь Александровна кинәнеп һөйләне:

Беҙгә эш буйынса төрлө кешеләр менән аралашырға тура килә. Кәрәкле мәғлүмәтте кемдеңдер ауыҙынан тартып тигәндәй алаһың, ә кемдәрҙер шул тиклем ихлас яуап бирә. Бына шундай ихлас кешеләрҙең береһе — Күмертау ҡалаһы архивы директоры Любовь Попова. Ул үҙ эшен шул тиклем ярата, уны тыңлап ултырыуы үҙе бер кинәнес. Беҙҙең өсөн архив ниндәйҙер бер бөтмәҫ-төкәнмәҫ ҡағыҙҙар ояһы һымаҡ күҙ алдына баҫа. Ысынында иһә бында бик күп ҡыҙыҡлы, серле мәғлүмәт һаҡлана: Күмертауҙың бар тарихы, кеше яҙмыштары... Архивта күптән түгел ремонт эштәре тамамланды. 752 квадрат метрлы өс ҡатлы бина ремонттан һуң ялтлап тора. Ҡыҙыҡ һәм ҡайһылыр ерендә ҡыҙғаныс та нәмәләр тураһында беҙ килеп инеү менән Любовь Александровна кинәнеп һөйләне:


- Архивҡа 2 йыл эсендә этап менән 4 тапҡыр капиталь ремонт үткәрҙек. Йылылыҡ, электр системаларын яңырттыҡ, эстән һәм тыштан ремонт эштәре башҡарылды. Тағы ла ремонт кәрәк әле. Көнсығыш яҡтан, көслө ямғыр булған саҡта, әҙерәк дым еҫе һиҙелә. Бында бик кәрәкле документтар һаҡлана, шуға күрә дымлылыҡ ярамай. Беҙҙең бина 1973 йылда ябай нигеҙҙә генә төҙөлгән. Был урында кешеләрҙең баҙҙары ла булған.

- Ремонт өсөн финанс ҡайҙан килә?

- «2013 - 2020 йылдарҙа архив эшен үҫтереү» программаһы сиктәрендә аҡса муниципаль бюджеттан килә. Былтыр 3 млн. һум, быйыл 540 мең һум аҡса бүленде. Архив өлкәһен федераль йәки республика бюджетынан финанслау бөтөнләй ҡаралмаған.

- Архив эшенең хәлдәре нисек һуң?

- Һуңғы йылдарҙа архив эшен РФ Президентының үҙенең ҡарамағына күсерҙеләр. Ошоға тиклем беҙҙең статусты шул тиклем ныҡ төшөрҙөләр. Мәҙәниәт өлкәһенә, клуб учреждениеларына бер ниндәй мөнәсәбәтебеҙ булмаһа ла, беҙ Мәҙәниәт министрлығына буйһона инек. Ҡайһы берҙә беҙгә ингән кешеләр: «Һеҙҙә ҡайһылай тыныс», - тиҙәр. Эйе, бында берәү ҙә бейемәй ҙә, йырламай ҙа. Беҙҙең эш тыныслыҡты талап итә. Президент ҡарамағына күсеү, беҙҙең эштең статусы күтәрелә башланы, тигәнде аңлата. 20 йыл буйы архив эшен түбәнгә тәгәрәтә-тәгәрәтә барҙылар һәм, ниһайәт, был эштең етди өлкә булыуын, ныҡ иғтибар талап итеүен, уның технологик процесын аңланылар. Һаман да кешеләр киләләр ҙә, кәрәкле документ булмауы хаҡында справка алғас: «Һеҙ моғайын ул ҡағыҙҙы берәй тоғоғоҙҙан тапмағанһығыҙҙыр», - тиҙәр. Бында һәр бер документ иҫәптә. Әйткәндәй, беҙҙең сайтта ла бик күп мәғлүмәт табырға була. Кешеләр өйөнән сыҡмай ғына электрон адрес, ябай почта йә МФЦ аша запрос яһай ала. Йылына беҙ 7 меңдән ашыу запрос алабыҙ. Шуларҙың 40%-ына электрон формала, 60%-ына МФЦ аша яуап бирәбеҙ.

- Кешеләр үҙҙәре үк архивҡа килмәйҙәрме ни?

- Беҙ хәҙер үҙебеҙҙә ҡабул итергә тырышмайбыҙ. Йыраҡ райондарҙан йә ҡалаларҙан килгәндәрҙе ҡабул итеү көнө булмаһа ла, ҡабул итәбеҙ. Үҙебеҙҙең ҡала кешеләренә МФЦ аша мөрәжәғәт итеү уңайлыраҡ, сөнки беҙҙә кесаҙна ғына ҡабул итеү көнө, ә унда 6 эш көнө эсендә иртәнге 8-ҙән, киске 8-гә тиклем ҡабул итәләр. Ныҡ кәрәкле осраҡта һәр кешенең хәленә инеп, ярҙам итергә тырышабыҙ. Мәҫәлән, ҡараусыһыҙ ҡалған балаға пенсия юллай икән, ул бер ай буйы справка көтә алмай бит инде. Дәүләт өлкәһенә ҡараған эшмәкәрлек документтарының барыһы ла беҙҙә һаҡлана. Ундай 54 меңдән ашыу документ бар. «Башкируголь» берекмәһе ябылған саҡта беҙ бер юлы 11 мең дело ҡабул иттек. Ә былай йылына уртаса 2 мең тирәһе эш ҡабул ителә. Тик шәхси бизнес документтарын тапшырһа ла, тапшырмаһа ла була. Уларға ҡәтғи закон юҡ. Шуға күрә пенсияға сыҡҡан кеше шәхси эшҡыуарҙарҙа эшләгән осорон раҫлай алмай.

- Бәлки, шәхси эшҡыуарҙарҙы ла документтарын архивҡа тапшырыуын талап итерҙәр?

- Юҡтыр, булмаҫ. Бизнестан хәҙер бер нәмә лә талап итмәҫтәр. Эшҡыуарлыҡ көндән-көн контролдән азат ителә бара. Әгәр контроль юҡ икән, уларға эш хаҡы түләһәләр ҙә, түләмәһәләр ҙә була. Конвертта ла бирә алалар. Кешене документ буйынса эшкә алмаҫҡа ла мөмкиндәр. Кеше бөгөн эшләй, ә иртәгә кәрәкмәүе бар. Хеҙмәт кенәгәһендә бер ниндәй яҙыу юҡ. Тиҙҙән электрон хеҙмәт кенәгәһенә күсһәк, бөтөнләй яҙыу булмаҫмы икән? Мин элекке классик эш формаһын ҡалдырыу яҡлы. Закон менән күп айырмалыҡтар булғанға күрә архив эшенә ҡыйынға тура килә. Күп закондар кеше файҙаһына түгел, ҡыҙғанысҡа.

- Әле штатта нисә кеше эшләй? Һеҙҙә эштә оҙаҡ торалармы?

- 7 кеше эшләй. Коллектив йәш. Эшкә алғанда уҡ яуаплы, пунктуаль кешеләрҙе һайлап алырға тырышам. Килеп, бер- ике көн эшләп, был минеке түгел, тип китеүселәр ҙә бар, әлбиттә. Эште оҡшатып, яратҡандар ғына ҡала. Улар кәрәкле әйберҙе табырға, һәр ваҡыт кешеләргә ярҙам итергә тырышалар, ә документты эҙләп-эҙләп тапҡас, шул тиклем шатланалар. Беҙҙең хеҙмәткәрҙәр яҡшы эҙәрмәндәргә әүерелә. Шуныһы ла мөһим: һәр документ артында кемдеңдер хеҙмәте ята. Әгәр яҡшы кадровик тултырған икән, документ та тәртиптә, эшен аңламаған кадровик яҙған икән, бер ниндәй приказды ла табып булмай. Бер һүҙ генә дөрөҫ яҙылмаһа ла, әллә күпме проблемалар тыуа. Аҙаҡ кешеләр беҙгә: «Дөрөҫ яҙмағандар бит, төҙәтеп кенә бирегеҙ әле», - тиҙәр. Беҙ ул документты бер нисек тә төҙәтә алмайбыҙ шул. Суд аша дәлилләй алаһығыҙ, тиһәк. «Беҙ бер ҡасан да судлашҡаныбыҙ юҡ. Хәҙер ҡартайғас, улай итеп судлашып та йөрөмәйәсәкбеҙ», - тиҙәр. Беҙҙең халыҡтың менталитеты шулай. Беҙҙә кешеләр 30-сы һәм башҡа йылдар менән ҡурҡып ҡалғандар һәм «суд» һүҙен бер әллә ниндәй ҡурҡыныс һүҙ итеп ҡабул итәләр. Судта уларҙы яҡлаясаҡтар, ярҙам итәсәктәр икәнен аңламайҙар. Ысын әйтәм, халыҡ судҡа барырға ҡурҡа.

- Мин ризамын һеҙҙең менән. Әгәр кеше судҡа ышанмай икән, иҡтисад, социаль өлкәне һәм дә башҡаларын әйтеп тә тораһы юҡ.

- Ҡурҡалар ҙа, ышанмайҙар ҙа. Үҙебеҙҙең архив эшенә кире әйләнеп ҡайтайыҡ. Бына Татарстанда булып ҡайттыҡ. Унда архив эше ныҡ алға киткән. Беҙ документтарҙы цифрлау буйынса күпкә артта ҡалғанбыҙ. Кәрәкле техниканы беҙ яңыраҡ саҡ һатып ала алдыҡ.

- Һеҙҙең хеҙмәткәрҙәрҙең эш хаҡы яғы нисек?

- Эш хаҡы түбән, тип әйтә алмайым, уртаса инде. Үҙебеҙгә үҙебеҙ аҡса эшләй алмайбыҙ, ҡыҙғанысҡа. Беҙгә күбеһенсә пенсия юллаусы оло йәштәгеләр килә. Социаль справкалар өсөн аҡса алыу тыйыла, ә беҙҙәге 70 процент справкалар социаль өлкәнеке. Беҙ тик тематик справкалар өсөн генә түләү ала алабыҙ, ә улар күп түгел. Ҡыҫҡаһы, беҙ архив эшен, белгестәрҙе үҫтереү эшен тырышып башҡарабыҙ. Былтыр беҙҙең архив 65 йәшлек юбилейын билдәләне. Күмертау йәштәре ҡала тарихы, нәҫел тарихы конкурстарында әүҙем ҡатнаша. Ҡайһы бер эштәрҙе үҙебеҙҙең сайтҡа ла ҡуйып барабыҙ. Архив сайтының «Кумертауведение» бүлегендә ҡала тарихы буйынса бик ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр, фотоһүрәттәр табып була.

- Ҡала тарихын өйрәнеүсе В. Мокроусов архивтан сығышмайҙыр?

- Эйе, В. Мокроусовты барығыҙ ҙа беләһегеҙ. Ул — беҙҙең даими «ҡунаҡ». Әле уның менән бергә «Күмертау энциклопедияһы» өҫтөндә эшләйбеҙ. Унда мең ярымдан ашыу мәҡәлә тупланған.

- В. Луговой һеҙгә мөрәжәғәт иткәне бармы? Ул Күмертау ҡалаһын Егорьевка итеп үҙгәртеү идеяһы менән йөрөй ине. Уның был идеяһын дәлилләү документтары бармы икәне тураһында Мокроусовтан да һорағайным, юҡ, тине.

- Эйе, ул шул Егорьевка буйынса һорауҙары менән килде. Күмертау бер нисек тә Егорьевка була алмай. Пятки ла утар булған, хәҙер беҙ ҡаланы Пятки тип атарға тейешбеҙме? Заря ауылы булған, Заря тиекме әтеү Күмертауҙы? Һәр ауылдың үҙенең тарихы. Уларҙы бер нисек тә дөйөмләштереп булмай.

Ә һеҙ беләһегеҙме, нисек ҡыҙыҡ документтар менән эшләүе? Төрлө ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр табып була бында. Бына яҙыусы Яныбек Иванов: «Мин үлһәм, минең китаптарым бер кемгә лә кәрәк булмаҫ», - тип иң тәүгеләрҙән булып бөтә ҡулъяҙмаларын, китаптарын үҙе архивҡа тапшырҙы. Кеше үҙенең тиҙҙән яҡты донъянан китәсәген белгәс тә, үҙенән һуң нимәлер ҡалдырырға кәрәклеге хаҡында уйлай башлай. Бындағы эш шул тиклем ҡыҙыҡ, ысын әйтәм, тик ваҡыт ҡына етмәй. Мин бер ваҡыт гәзиттәргә лә мәҡәлә яҙа башлағайным, әммә шул ваҡыт еткереп булмай.

- Бөтә документтар ҙа һеҙҙең ҡул аҫтында, һеҙ, хатта, роман да яҙа алаһығыҙ. Әйткәндәй, һеҙ бында ҡасандан бирле эшләйһегеҙ?

- Эйе, роман да яҙып була. Шул ваҡыт ҡына етмәй. Мин бында 1990 йылдан алып эшләйем. Яҙыусы, журналист, сәйәси эшмәкәр Д. Лихачевтың: «Архивта, китапханала, музейҙа кешеләр оҙаҡ эшләргә тейеш. Улар үҙҙәренең белгәнен халыҡҡа еткерергә бурыслы», - тигәне оҡшаны. Бына мин дә, хаҡлы ялда булһам да, эшләп йөрөйөм, барыһы кеүек кредиттар түләйем. Ҡалала йәшәүсе пенсионерҙарҙың да барыһы ла тиерлек балаларына ярҙам итер өсөн, кредиттар түләү өсөн эшләй. Ауылдағы пенсионерҙар ҙа тик ятмай, мал-тыуар ҡарай, баҡса үҫтерә. Тик быны иҫәпкә генә алмайҙар. Мин, ғөмүмән, архив тураһында, бындағы эш тураһында бик күп һөйләй алам. Ҡыҙыҡлы мәғлүмәт кәрәк булһа, мөрәжәғәт итегеҙ. Ә һеҙ беҙҙең ҡалала иң тәүге спорт төрө ниндәй булған, тип уйлайһығыҙ? Бер ҡасан да әйтә алмаясаҡһығыҙ? Фехтование. Был спорт төрө Күмертауҙа күптән онотолған. Был бик ғәжәйеп факт.

- Ә һеҙҙә йәшерен документтар бармы?

- Беҙҙә йәшерен документтар юҡ, беҙҙең архив кимәле ундай түгел. Шулай ҙа ҡулланыу сикләнелгән документтар бар. Мәҫәлән, шәхси документтар, ҡыҙлыҡҡа, уллыҡа алыу кеүек документтар. Башҡа документтар ҡулланыу өсөн асыҡ.

- Бик ҡыҙыҡлы әңгәмәгеҙ өсөн ҙур рәхмәт, Любовь Александровна!
Читайте нас: