Все новости
Беҙҙең әңгәмә
28 Сентября 2018, 12:24

ОЛОЛАР ҺҮҘЕНӘ ҠОЛАҠ ҺАЛ, УНАН ҮҘЕҢӘ АҠЫЛ АЛ!

Редакциябыҙға бер төркөм хаҡлы ялдағы, Күмертауҙың эске эштәр органдары бүлеге ветерандары ойошмаһы ағзалары килеп керҙе.

Редакциябыҙға бер төркөм хаҡлы ялдағы, Күмертауҙың эске эштәр органдары бүлеге ветерандары ойошмаһы ағзалары килеп керҙе. Халыҡ-ара ололар байрамы алдынан уларҙың беҙҙең менән һөйләшер һүҙҙәре йыйылып киткән һәм шулай уҡ «Юшатыр» гәзите аша халыҡҡа әйтер һүҙҙәре лә бар икән.


«Оперативка үткәрерлек состав йыйылдыҡ инде», - тип көлә-көлә килеп керҙеләр беҙҙең ҡунаҡтар. Бына улар:

Хәмит Ғатаулла улы КЕЙЕКБАЕВ, Эске эштәр министрлығы ветераны, 77 йәш;

Мөҡәдәс Муллаяр улы ХӘКИМОВ, отставкалағы милиция майоры, 76 йәш;

Әхтәм Әҙеһәм улы АҘНАБАЕВ, отставкалағы милиция подполковнигы, 76 йәш;

Финус Рәхим улы МӘХИӘНОВ, отставкалағы милиция полковнигы, Күмертау ҡлаһы Эске эштәр министрлығы бүлеге ветерандар советы рәйесе, 74 йәш;

Исмат Исраилович ИСРАИЛОВ, Тажикстан Республикаһы Эске эштәр министрлығы ветераны, 72 йәш;

Нурислам Карам улы УСМАНОВ, отставкалағы милиция полковнигы, юридик фәндәр кандидаты, 64 йәш;

Рәсил Рәжәп улы ҠОТЛОМБӘТОВ, отставкалағы полиция подполковнигы, 57 йәш.

Малик Ильясов: Һеҙҙе күреүебеҙгә бик шатбыҙ. Редакцияла төрлө кешеләр була, беҙгә төрлө һөнәр эйәләре менән әңгәмәләшергә тура килә. Һеҙ ҙә беҙгә оло йәштә булыуығыҙ, бигерәк тә, Эске эштәр органдарына ҡараған кеше булараҡ ҡыҙыҡлыһығыҙ. Иң тәүҙә, ҡалала һеҙҙең Эске эштәр министрлығы ветерандарының айырым советы эшләп килә, нишләп һеҙ Ветерандар советынан айырылырға булдығыҙ, тигән һорауымды бирәйем? Һеҙҙең маҡсат нимәлә һуң?

Финус Мәхиәнов: Закир Әкбәров етәкләгән Ветерандар советы составындабыҙ беҙ, тик айырым бүлек кенә булып торабыҙ. Беҙ аҙнаһына бер нисә тапҡыр йыйылышып, аралашып торабыҙ. Төрлө юбилейҙарҙы, байрамдарҙы бергә үткәрәбеҙ. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, арабыҙҙағылар теге донъяға ла китәләр. Мәрхүмдәрҙе күмәкләшеп һуңғы юлға оҙатабыҙ.

Малик Ильясов: Кеше ерләү ҙә хәҙер матди яҡтан оло проблемаға әүерелгән. Ҡайҙа ғына барһаң да, үҙҙәренең тарифы бар.

Финус Мәхиәнов: Ҡулыбыҙҙан килгәнсә бергәләшеп, хеҙмәттәштәребеҙҙе һуңғы төйәктәренә ойошҡанлыҡ менән оҙатырға тырышабыҙ. Бына яңыраҡ ҡына бик оло йәштә булмаған ветераныбыҙ мәрхүм булды. Уны ерләүҙәге барлыҡ финанс мәсьәләләрҙе үҙ өҫтөбөҙгә алдыҡ. Ныҡ ҡына кәрәк саҡта матди ярҙам да күрһәтәбеҙ ветерандарыбыҙға, юбилейҙар үткәрергә булышлыҡ итәбеҙ. Беҙҙең ветерандар коллективы шундай татыу.

Рәсил Ҡотломбәтов: Байрамдар, юбилейҙарҙан тыш, беҙ төрлө сәйәси һорауҙар буйынса ла әңгәмәләшәбеҙ. Шулай уҡ йәштәргә патриотик тәрбиә биреү эшендә лә ситтә ҡалмайбыҙ. Үҙебеҙҙең музей бар. Бында килгән уҡыусыларға альбомдар күрһәтеп, хеҙмәткәрҙәребеҙҙең енәйәт менән көрәштәге батырлыҡтары тураһында һөйләйбеҙ. Хатта, балалар баҡсаһынан киләләр. Уларға күрһәтер күргәҙмә материал күп беҙҙә. Беҙҙең төп маҡсат — киләсәк быуынға патриотик тәрбиә биреү.

Малик Ильясов: Аңлашылды. Һеҙ йәмәғәт ойошмаһы бит инде. Гражданлыҡ әүҙемлеге беҙҙә бик һүлпән, тип юғарынан әллә ҡасандан әйтә киләләр. Шул күҙлектән алып ҡараһаҡ, әгәр һеҙ республика йәки Күмертау масштабында нимә менәндер риза булмаһағыҙ, был турала ҡайҙалыр мөрәжәғәт иткәнегеҙ бармы?

Финус Мәхиәнов: Эйе, мөрәжәғәт иткәнебеҙ бар. Бына, мәҫәлән, милицияны полицияға әйләндергән ваҡытта, беҙ быға ҡаршы тип, тура Мәскәүгә, Кремлгә хат яҙҙыҡ. Һеҙҙең тәҡдим комиссияға бирелде, тигән яуап алдыҡ. Әммә беҙҙең үтенесте барыбер тыңлаған кеше булманы, ҡыҙғанысҡа.

Нурислам Усманов: Беҙҙең ойошма бер ҡасан да үҙебеҙҙең тирә-яҡта барған хәлдәргә битараф ҡалмай, әүҙемлек күрһәтә. Үҙемдең тормош тәжрибәмә таянып, әйтә алам, беҙ күп нәмә менән ҡәнәғәт түгелбеҙ. Ветерандар советына мин рәхмәтлемен. Әле күптән түгел генә Ҡоролтайға депутатлыҡҡа кандидат булған саҡта ла улар ҙур терәк булды. Депутатлыҡҡа үтә алманым, ни өсөн икәнлегенең сәбәптәрен үҙегеҙ ҙә яҡшы аңлайһығыҙ. Рәсәйҙә бер нәмә лә халыҡтан тормай. Әгәр һайлауҙар менән нимәлер үҙгәртергә мөмкин булһа, халыҡты унда ҡатнаштырмаҫтар ине, тип тә әйтәләр бит. Беҙҙә халыҡ тауыш бирергә йөрөргә яратмай. Улар күптән инде ышаныстарын юғалтҡан. «Һеҙ ҡасан аҙаҡҡы тапҡыр һайлауҙарға барҙығыҙ?» - тип кешеләрҙән һорау алыу үткәрһәң, уларҙың 60%-тан күберәге үҙҙәренең һайлауға күптән йөрөгәне юҡ икәне хаҡында әйтәсәк.

Рәсил Ҡотломбәтов: Һайлау комиссияһының эшләү рәүеше бер ҙә генә дөрөҫ түгел, минеңсә. Мәҫәлән, беҙҙең һайлау комиссияһын Салауатҡа йә Бәләбәйгә, уларҙыҡын бында килтереп эшләтер кәрәк. Беҙҙең полиция эшендә лә бындай практика бар бит.

Малик Ильясов: Эйе, һайлауҙар тураһында бик күп һөйләргә була, әлбиттә. Шулай ҙа ололар темаһына күсәйек. Һеҙ, оло йәштәгеләр, бөгөн нисек йәшәйһегеҙ һуң? Әйткәндәй, Әрмәнстанда 2019 йылдан пенсия аҡсаһын 60%-ҡа күтәрергә уйлайҙар. Ә беҙҙә пенсия йәшен арттыралар, һалымдар ҙа көндән-көн үҫә бара.

Нурислам Усманов: Эйе, халҡы беҙҙән әллә күпмегә артығыраҡ булыуға ҡарамаҫтан, Ҡытайҙа, киреһенсә, пенсия йәшен кәметәләр. Беҙҙәге пенсия реформаһы РФ Конституцияһының төп законына ҡаршы килә. Унда ҡатын-ҡыҙҙарҙың һәм ирҙәрҙең йәше теүәл күрһәтелгән. Был турала әйтеүсе кеше юҡмы? Юристар юҡмы ни беҙҙең арала? Беҙ Конституцион судҡа был хаҡта яҙасаҡбыҙ. Пенсия йәшен арттырыр алдынан, иң тәүҙә Конституцияны алмаштырыр кәрәк.

Рәсил Ҡотломбәтов: Ололарға йәшәүе бик ҡыйын бөгөн. Әле беҙгә, МВД пенсионерҙарына, бер аҙ еңелерәк, сөнки беҙҙең пенсия башҡаларҙыҡынан сағыштырмаса яҡшыраҡ. 40 йыл эшләп, хаҡлы ялға сығып, 12-13 мең һум пенсия алалар. Халыҡ өндәшмәй, түҙә.

Хәмит Кейекбаев: 13 мең һум алыусылар бик аҙ, күбеһенсә 8-9 мең һум алалар пенсияны, хатта 6 мең һум алғандар бар.

Нурислам Усманов: Ә торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәре өсөн түләүҙәр нисек арта бара һуң? Бына мин бер мәғлүмәтте һеҙҙең менән дә бүлешкем килә. Беҙ торлаҡ-коммуналь хужалыҡҡа түләгән аҡсалар туп-тура үҙебеҙҙең илдән сығып китә. Сөнки бөтә органдар ҙа, шул иҫәптән Рәсәй үҙе лә коммерция предприятиеһы. Предприятие булғас, ул ҡасандыр төҙөлгән һәм ул ҡасандыр үҙ эшмәкәрлеген туҡтатасаҡ. Беҙ юристар бит, быны аңлайбыҙ. Беҙ — Советтар Союзы ваҡытында эшләгән кешеләр. Ул саҡта илдең статусы ла булды. Беҙҙә хоҡуҡтар мираҫлылығы юҡ. Советтар Союзы ла тейешлесә бөтөрөлмәне, шул уҡ ваҡытта Рәсәй үҙе лә хоҡуҡ мираҫлығы булараҡ тыуманы. Емерелеү генә булды.

Малик Ильясов: Халыҡ ситкә китә, күпләп үлә. Нишләп һуң кеше Мәскәүгә, башҡа яҡҡа ҡаса һуң?

Нурислам Усманов: Йыл да республиканан ғына түгел, илдән дә күпләп халыҡ китә. Ә һеҙ беләһегеҙме, райпо, сельполарҙың алдан уйланып эшләнгән банкротлығы арҡаһында миллионлап граждан зыян күрҙе. Беҙҙең Башҡортостанда ундай магазиндар 2,5 мең ине. Халыҡ, һәр кеше унда ағзалыҡ взносынан тыш паевой ҙа түләне. Был бик күп аҡса. Хәҙер ул райполар урынына нимә килде? «Магнит»тар, «Пятерочка»лар, «Монетка»лар һәм башҡалар. Аҡса ҡайҙа китә һуң? Ситкә китә. Ауыл халҡы эшен юғалтты һәм ҡалаға килде. Ҡала уларҙың рухын төшөрҙө, юҡ итте. Кемдәрҙер үҙ-үҙенә ҡул һала башланы. Йәшерәктәре ситкә ҡаса башланы. Законһыҙ рәүештә һатҡанды кире ҡайтарырға кәрәк. Бар нәмә лә пайсыларҙың ризалығынан тыш эшләнде бит. Һәр районда райпоның күпме объекттары булды. Магазиндарҙан тыш заготконторалар ҙа бар ине. Беҙ халыҡҡа яҡын ғына булған магазиндарҙы кире ҡайтара алыр инек. Халыҡ унда еләк-емеш, бәшмәк һәм башҡа нәмәләрен килтерер ине. Быларҙың барыһы менән дә элек заготконторалар шөғөлләнде.

Малик Ильясов: Хәҙер, киреһенсә, емеш-еләк йыйған өсөн дә һалым һалмаҡсы булалар түгелме?

Нурислам Усманов: Ҡороған ағасты йыйырға рөхсәт иттеләр бит, хәҙер башҡаһына һалым һалырҙар инде. Тиҙҙән туалеттар өсөн дә һалым ала башларҙар әле. Мин был һөйләгәндәрем тураһында Республика Башлығына ла яҙҙым. Ҡыҙғанысҡа, беҙҙең халыҡ йоҡлай йәки уны йоҡлаттылар. Лидерҙар юҡ. Тик ятмаҫҡа, нимәлер эшләргә кәрәк.

Малик Ильясов: Әле яңы ғына районда уртаса эш хаҡының артыуы, 36499 һум тәшкил итеүе хаҡында уҡып, аптырауға ҡалғайным.

Күмәкләп: Оһо! Улай булыуы мөмкин түгел! Миллиардерҙарҙың эш хаҡын алып, бергә ҡушып, шунан бүләләрҙер ул. Был бөтөнләй дөрөҫ түгел!

Нурислам Усманов: Бына миңә ни өсөн депутатлыҡ мандаты кәрәк ине, тип уйлайһығыҙ, тураһын әйткәндә? Мин ул депутатлыҡтың аҡсаһы өсөн йөрөмәнем. Мин бер өлкәне булһа ла тикшереү эшен ойошторор инем. Мәҫәлән, Башпотребсоюздың 10 йыллыҡ эшмәкәрлеген. Шулай итеп бер өлкәлә булһа ла тәртип булдырыр инек.

Малик Ильясов: Һеҙ Совет осоронда эшләгән кешеләр бит инде. Шул саҡтарҙа милицияла таяҡ системаһы булдымы ул?

Әхтәм Аҙнабаев: Милицияла ла, хәҙергесә полицияла ла таяҡ системаһы һәр ваҡыт булған һәм буласаҡ. Совет заманында ла енәйәтселекте асыҡлауҙы 100%-ҡа йә 90% үтәмәнеләрме ни? Ул саҡта ла нисек булһа ла тырышырға, енәйәтселекте асыҡларға ҡушыла ине.

Малик Ильясов: Мин үҙем совет киноларын ҡарарға яратам. Унда бөтә нәмә лә рәхимле генә, милиционерҙар ҙа һәйбәт кенәләр, кешеләр менән ихтирамлы мөғәлләмә итә. Берәү ҙә бер кемде лә ҡыйнамай, берәү ҙә берәүҙе алдамай. Барыһы ла шулай идеаль булмағандыр?

Әхтәм Аҙнабаев: Хрущев заманында милицияға ҡул күтәрергә ярамай, тик дружинниктарға ғына ярай тиелде.

Мөҡәдәс Хәкимов: Ул замандарҙа ла шулай уҡ үҙенә күрә ярыш кеүек була торғайны. Башҡортостан енәйәтселек менән көрәштә артта ҡалмаҫҡа тейеш ине. Күрһәткестәр башҡа өлкәләрҙекенән ҡалышмаҫҡа тейеш. Шулай ҙа совет заманында ғәйепһеҙҙәрҙе ултыртманылар.

Нурислам Усманов: Ысынлап та, ғәйепһеҙ кешеләрҙе ултыртыу булманы. Тауыш күтәреүсе, ҡысҡырыусы кешеләр ҙә аҙ булды. Быны үҙемдән дә алып әйтә алам.

Рәсил Ҡотломбәтов: Ғөмүмән әйткәндә, иң яҡшы эшләгән ваҡыт — совет осоро булды. Мин үҙем совет осоронда ла, Рәсәй осоронда ла эшләнем. Полицияға күсеү ваҡытын да күрҙем. Элекке ваҡыттарҙа идеология көслө булды, тәрбиә лә икенсе ине. Бөтә енәйәтселәрҙе беҙ йөҙҙәренән танып тора инек. Төрмәнән ҡайтҡандарҙың барыһын да белдек, уларға эшкә урынлашырға ярҙам итттек. 1995-се йылдарҙан һуң система ныҡ үҙгәрҙе. Бөтәһе лә тиерлек урлаша, наркотиктар менән булыша башланы. Кемде, ҡайҙа ҡулға алырға икәнен дә белмәй аптырашып ҡалдыҡ.

Малик Ильясов: Ул саҡтарҙан 20 йылдан ашыу ваҡыт үтеп киткән бит. Шул ваҡыт эсендә системаны яҡшы яҡҡа үҙгәртеп булманымы ни?

Рәсил Ҡотломбәтов: Милициянан полицияға күскән саҡта: «Хәҙер ҡағыҙ яҙыу әҙерәк буласаҡ, эш икенсе төрлөрәк буласаҡ, теләһә-ниндәй ваҡ-төйәк эштәр менән шөғөлләнмәйәсәкбеҙ», - тинеләр. Әммә, киреһенсә, ҡағыҙ эше тағы ла күберәккә әйләнде. Яҙыу менән әллә күпме ваҡыт үтә. Әгәр һинең кәрәкле ҡағыҙың яҙылмаған икән, һин насар хеҙмәткәр, бер нәмә лә эшләмәгәнһең.

Малик Ильясов: Пенсияға киткән участковыйҙарҙан: «Ҡағыҙ яҙыуҙан ҡотолдом. Төрлө кәңәшмәләргә саҡырып аптыраталар, эшләргә ваҡыт та ҡалмай», - тигәнен ишеткән бар. Силсәүит кешеләре лә ҡай саҡ: «Ул участковыйҙарға яҙырға ҡағыҙ ҙа бирмәйҙәр. Беҙгә килеп йә ҡағыҙын, йә башҡа нәмәһен һорай ҙа торалар. Ишеген дә беҙ ҡуйып бирәбеҙ. Тиҙҙән һин беҙҙе түгел, ә беҙ һине һаҡлай башлаясаҡбыҙ», - тип аптырап әйтеп ҡуялар. Оло йәштәгеләр темаһына әйләнеп ҡайтайыҡ. Ололарға нимә етмәй бөгөнгө көндә?

Нурислам Усманов: Һәр ваҡыттағыса инде: иғтибарлыҡ, ихтирамлыҡ, йылылыҡ етмәй. Пенсионерҙар бит хәйерселектә йәшәй. Аҡса етмәй уларға.

Малик Ильясов: Кемдер әйткән ине: «Ололарға йәшәргә була әле ул. Аҙмы-күпме булһа ла, ай һайын даими рәүештә пенсияһы килеп тора. Бына йәштәргә ҡыйын», - тип. Ысынлап та, шулай бит. Ауылда йәштәргә эш юҡ. Ауылдан ҡалаға килһәләр ҙә бер кем дә көтөп тормай уларҙы. Барлы-юҡлы эш хаҡын фатир йә ипотека өсөн биреп торорға тура килә. Шулай ҙа, әйҙәгеҙ, Халыҡ-ара оло йәштәгеләр көнө алдынан яҡшы яҡтарҙы ла әйтеп үтәйек.

Хәмит Кейекбаев: Эйе, проблемалар хаҡында һөйләштек. Үҙебеҙҙең байрам алдынан ололарҙы иҫкә алайыҡ. Мәрхүм булғандарҙан башлайыҡ. Бына беҙҙә Урал Хисмәт улы Ишкинин эшләне. Юғары категориялы тәфтишсе булып хеҙмәт итте. Быйыл 3 июлдә генә мәрхүм булды. Эске эштәр министрлығы бүлеге начальнигы булып Юнир Әхмәт улы Йәғәфәров эшләне. Иҫәндәрҙән — юғары категориялы юрист Фәнәүи Фәиз улы Заретдинов. Уның да «Юшатыр»ға осрашыуға беҙҙең менән килгеһе килә ине, тик килә алманы, Мәскәүгә китте. Беҙҙең менән бына ошондай белемле хеҙмәткәрҙәр эшләне. Улар менән эшләүе еңел ине. Мин үҙем милицияның төрлө хеҙмәттәрен башҡарҙым. Юрист белемем булмаһа ла, судҡа ебәргән материалдар бер ҡасан да кире әйләнеп ҡайтмай торғайны. Матур эшләнек, күңелле эшләнек. Ҡала һәм районды хеҙмәтләндерҙек, эш күп була торғайны. Кешеләр бөтә бәләләре, нужалары менән беҙгә киләләр. Кемделер туҡмағандар, кемделер кәмһеткәндәр. Беҙ төркөмдәр менән сығып эшләй инек, ваҡытҡа ла ҡараманыҡ. Урланған әйберҙе тапһаҡ, боҙолған эште асыҡлаһаҡ, һуңынан шул тиклем йәнгә рәхәт була торғайны.

Малик Ильясов: Һеҙгә ул ваҡытта партия ла ярҙам иткәндер, шуға еңелерәк булғандыр. Партия системаһы ныҡ, идеология көслө булды бит. Кешене парткомға саҡыралар, тегендә әрләйҙәр, бында әйтәләр. Хәҙер ҡайҙа саҡыраһың? Хәҙер бөтә нәмәне лә силсәүиттәр өҫтөнә өйҙөләр. Кеше аҫылынып үлһә лә, янғын сыҡһа ла, мал зыяраты булмаһа ла, улар ғәйепле. Ә уларҙы күҙәтеү, тикшереү органдары әллә күпме. Килеп төшәләр ҙә, тегенеһенә-быныһына штраф һалып китәләр. Һин тейешһең тигәне күп уларҙың, ә эшләйем тиһәң, аҡсаһы юҡ. Элекке һымаҡ ярҙам итерлек колхоздар ҙа бөттө. Кеше үлеп китһә, техникаһы-фәләне кәрәк. Кемгә барһын халыҡ, әлеге лә шул силсәүиткә бара. Шуны әйткем килә: хәҙерге заман да күпкә ҡыйыныраҡтыр. Ярай уныһы, бына һеҙ дингә ышанаһығыҙмы ул? Һеҙ коммунистар бит әле...

Хәмит Кейекбаев: Әлбиттә, ышанабыҙ. Динһеҙ булмай. Компартия дин юлынан барһа, еңеп сығыр ине.

Нурислам Усманов: Һәр беребеҙҙең күңелендә Алла, уға ышаныс йәшәйҙер ул.

Финус Мәхиәнов: Үҙебеҙ эшләгән осорҙоң бик күп изгелектәрен күрҙек инде беҙ. Нурислам Карамович беҙгә эшкә водитель булып ҡына килгәйне. Аҙаҡ уҡып алды, тәфтишсе булып китте. Эшен күрһәткәс, Үҙәк аппаратҡа алдылар, МВД институтында уҡытты, кафедра мөдире булды. Үрге Мотал ауылы егете. Шулай итеп кешеләргә үҫешеү өсөн бөтә мөмкинлектәр бар ине. Ул заманда тәрбиә яҡшы булды. Беҙҙең арала дуҫлыҡ йәшәне, халыҡтар дуҫлығы. Бына Исмат Исраилов Тажикстандан килде эшкә. Үзбәкстанға барһаң да, Тажикстанға барһаң да ярҙам ҡулы һуҙып торалар. Үҙҙәре лә килә ине беҙгә.

Малик Ильясов: Шуны ла әйтке килә, Думала ололар өсөн һуғыш балалары тигән закон проекты нисәмә йыл үтмәй. Шуны әллә ҡасан ҡабул итергә тейештәр ине, минеңсә. Уларға бар нәмә бушлай булырға тейештер, рәхәтләнеп йәшәп ҡалырҙар ине.

Хәмит Кейекбаев: Һуғыш балалары тигәндән, Федераль закон юҡ икән, региональ закондар бар бит барыбер. Ырымбур өлкәһендә һуғыш балаларына телефон өсөн абонент түләүен түләйҙәр. Новосибирск өлкәһе ай һайын 800 һум аҡса биреп тора. Ә Башҡортостан нишләп түләмәй? Ул бит иң бай төбәктәрҙең береһе.

Малик Ильясов: Региональ кимәлгә ҡалдырыу, минеңсә, барыбер дөрөҫ түгел.

Хәмит Кейекбаев: Дөрөҫ түгел шул, нишләп Федераль закон ҡабул итмәйҙәрҙер.

Малик Ильясов: Һүҙҙе йомғаҡлап шуны әйтмәксемен — ололарға ниндәй мөнәсәбәт күрһәтһәң, үҙеңә лә шундай мөнәсәбәт буласаҡ, тибеҙ. Шуға күрә, әйҙәгеҙ, ғәҙеллеккә ышанайыҡ. Һәр кем үҙенә лайыҡлыһын алыр, тип уйлайыҡ.

Рәсил Ҡотломбәтов: Эйе, дөрөҫ. Иң мөһиме — һуғыш булмаһын. 82 йәшлек әнейем һәр ваҡыт: «Улдарым, һуғыш булмаһа, ҡалғаны барыһы ла була ул. Икмәк, һыу, тоҙ булһа, йәшәргә була», - ти.

Малик Ильясов: Эйе, уның менән килешергә була, сөнки ул күпте күргән, күпте кисергән кеше. Шулай ҙа бөгөнгө йәштәрҙең ихтыяжы икенсе булырға тейештер. Икмәк-һыуға ғына ышанып ултырмаҫҡа, башҡа ил кешеһенән кәмерәк йәшәмәҫкә тырышырға кәрәктер.

Финус Мәхиәнов: Шулай. Был темаға көнө-төнө һөйләшергә була, әлбиттә. Бөгөн беҙгә шундай матур осрашыу ойошторғаны өсөн Хәмит Ғатаулла улына оло рәхмәт әйтәйек.

Хәмит Кейекбаев: Һеҙҙең барығыҙға ла, һүҙемде йыҡмай килгәнегеҙ, йыйылғанығыҙ өсөн рәхмәт. Рәхәтләнеп бер ултырып һөйләшеп алдыҡ. Ололарға шулай итеп әңгәмәләшеү, иғтибар, ихтирам бик кәрәк. Шуны онотмайыҡ.

Малик Ильясов: Шулай итеп күмәкләшеп, йыйылышып беҙгә килгәнегеҙ, ысын күңелдән ихлас әңгәмә ҡорғанығыҙ өсөн һеҙҙең барығыҙға ла ҙур рәхмәт!
Читайте нас: