Все новости
Беҙҙең әңгәмә
16 Октября 2018, 13:54

БЕҘҘЕКЕЛӘР ТЕЛӘП БАРА

Белеүегеҙсә, 1 октябрҙән хәрби хеҙмәткә көҙгө саҡырылыш башланды.

Белеүегеҙсә, 1 октябрҙән хәрби хеҙмәткә көҙгө саҡырылыш башланды. Һалдатҡа алыу кампанияһының әлеге ҡыҙыу осоронда Күмертау ҡалаһы һәм Көйөргәҙе районы хәрби комиссары Эрнест Камил улы Кәбиров менән осрашып, әңгәмәләшмәйенсә булдыра алманыҡ.


- Эрнест Камил улы, саҡырылыш һайын тиерлек, төрлө үҙгәрештәр булып тора. Быйыл ниндәйҙер яңылыҡтар бармы?

- Ул хәтлем яңылыҡтар юҡ. Саҡырылыш кампанияһы буйынса законда әллә ни үҙгәрештәр ҙә юҡ тиерлек. Шулай ҙа бер ҡыҙыҡлы момент бар: 18-20 йәштәрендә сәләмәтлеге менән комиссия үтә алмаған һәм әрме хеҙмәтенә яраҡһыҙ тип һаналған 27 йәше тулмаған ир-егеттәр, теләктәре булһа, яңынан комиссия үтеп, әрмелә хеҙмәт итә алалар. Был закон яҙ көнө генә үҙ көсөнә инде. Әйткәндәй, беҙҙә ундай теләк белдергән 1 кеше бар инде. Ул операция эшләткән һәм һаулығын нығытҡан.

- Шул йәштәгеләр араһында ла әрме хеҙмәтенә барырға теләк белдереүселәр бар килеп сығамы ни?

- Эйе, бар. Ҡайһы берәүҙәрҙең үҙҙәре генә түгел, хатта, ата-әсәләре лә шундай теләк белдерә. Ни өсөнмө? Сөнки хәрби бурыстарын үтәмәгән егеттәр яҡшы эшкә урынлаша алмай. Полицияға, МЧС-ҡа, янғын һүндереү һәм шулай уҡ дәүләт хеҙмәтенә әрмелә булмаған егеттәрҙе алмайҙар. Шул ваҡытта, ҡасандыр улын хәрби хеҙмәткә ебәрергә теләмәгән ата-әсә лә, ир-егеттең үҙе лә, уйлана башлай. Әммә терһәкте тешләп булмай, яҡшы эшкә лә урынлашыу мөмкинлеге юҡ.

- Һәр саҡырылышҡа һеҙгә өҫтән план төшөрәләрҙер?

- Эйе, ундай план бар. Быйылғы көҙ беҙ 85 кешене — ҡаланан 54 һәм райондан 31 егетте оҙатырға тейешлебеҙ. Яҙғы ла, көҙгө лә саҡырылышта һәр ваҡыт ҡыйынлыҡтар килеп тыуа. Яҙ көнө күбеһенсә юғары уҡыу йортон тамамлаусылар хеҙмәткә саҡырыла. Диплом алғас та, уларҙы тиҙерәк республика йыйылыу пунктына оҙатабыҙ. Шулай итеп яҙғы планды үтәргә тырышабыҙ. Шунан инде көҙ көнө ебәрергә егеттәр аҙ ҡала. Йылдан-йыл егеттәребеҙҙең һаулығы ла насарайғандан-насарая бара.

- Һаулыҡтарының насар булыуы нимә менән бәйле?

- Балаларҙың спорт менән шөғөлләнмәүенән, яҡшы аяҡ кейеме урынына үксәһе булмаған Ҡытай кедалары, кроссовкиҙар кейәләр. Шулай уҡ балаларҙың бик оҙаҡ компьютер артында ултырыуы арҡаһында сколиоз сире барлыҡҡа килә, күҙҙәре насар күрә башлай.

- Әле яңыраҡ беҙҙең эшкә 5-се класс уҡыусылары килгәйне, мин ҡыҙыҡ өсөн уларҙың сумкаларын күтәреп ҡараным. Көс етерлек түгел, сумкалары үҙҙәренән дә ауырыраҡ. Шул турала мәғариф министры һәм башҡалар уйламаймы икән? Һеҙҙең яҡтан да берәй сигнал юҡмы?

- Мин һеҙҙе аңлайым. Үҙемдең балалар ҙа уҡынылар. Уларҙың рюкзактары ла ауыр ине, үҙем ташыным. Китап-дәфтәрҙәре күп хәҙер. Беҙ уҡыған саҡта улай күп булманы. Әммә беҙ бер нәмә лә эшләй алмайбыҙ. Компьютер заманы, тиҙҙән ҡайһы бер уҡыу йорттарында электрон китаптар буласаҡ, тип ышанайыҡ.

- Аяҡ кейеменә килгәндә лә, беҙҙең халыҡтың ҡыйбатлыһын, сифатлыһын алырға мөмкинлеге юҡ.

- Эйе, был күптәрҙең бәләһе. Ата-әсәләр күпме генә тырышһалар ҙа, балаларын тейешенсә тәьмин итә алмайҙар. Яҡшы ортопедик олтораҡ алам тиһәң дә, 1500-2500 һум аҡса кәрәк. Кейемгә генә түгел, аҙыҡ-түлеккә лә аҡса еткерә алмайҙар әле. Шунлыҡтан беҙгә килгән егеттәрҙең кәүҙә ауырлығы етмәй. Студенттарҙың һаулығын ғына алып ҡарағанда, уҡыу йортон тамамлауға уларҙың һаулыҡтары ла юғалған була.

- Мин үҙем хеҙмәт иткән 90-сы йылдарҙа, хәрби хеҙмәткә йөрәк сирлеләр ҙә эләгә торғайны. Хәҙер шундай осраҡтар буламы?

- Юҡ, хәҙер диагностика көслө, йөрәкте ныҡ тикшерәләр, УЗИ үткәрәләр. Космонавтарҙы тикшергән кеүек тикшерәләр.

- Хеҙмәт итергә кеше етмәй, демография яғы ла аҡһай, шулай уҡ һаулыҡ яғынан да проблемалар күп. Шуға күрә ҡайһы бер сирҙәрҙе, мәҫәлән, яҫы табанлы булһа ла, хеҙмәткә алабыҙ тигән нәмә юҡмы?

- Юҡ. Сирҙәрҙең расписаниеһы бар. Яҫы табанлылыҡтың да төрлө дәрәжәһе була, шул иҫәптә тотола. Беҙ прокуратурала кеүек, әгәр һаулығы буйынса үтмәй икән, ул хеҙмәткә алынмай, бер ниндәй ташлама яһамайбыҙ, ундай хоҡуғыбыҙ юҡ.

- Планда күрһәтелгән һалдат бирә алмағанығыҙ өсөн дә эләгәлер?

- Эләгә, әлбиттә. Планды үтәмәһәк, үтәмәйбеҙ, әммә хәрби хеҙмәткә тик һау кешеләрҙе генә ебәрәбеҙ. Табип яҡшылап ҡарамайынса үткәреп ебәргән осраҡтар ҙа булғылай, ләкин уларҙы барыбер кире ҡайтаралар.

- Реформаларға килгәндә, һалдаттарҙың кейемдәре лә үҙгәреп тора. Әле ҡолаҡлы бүректәр ҙә бөтөрөлә, тиҙәр.

- Эйе, элекке кеүек бүректәр булмаясаҡ. Хәҙер улар синтепондан эшләнгән, икенсе формала, ысынлап та ҡолаҡты ҡаплап торған буласаҡ. Ундайҙарҙы каска эсенән кейеүе лә уңайлы. Замана үҙгәрә, уның менән бергә бөтә нәмә лә үҙгәрә. Себерҙә хеҙмәт иткәндәргә эстән кейергә термокейемдәр ҙә бирелә әле.

- Хәҙер хәрби бурысын үтәүселәрҙе «ҡыҙыу нөктәләр»гә ебәрмәйҙәрме?

- Юҡ, закон буйынса улар ебәрелмәй, ата-әсәләр ул турала борсолмаһа ла ярай.

- Ата-әсәләр килеп: «Минең улым яҡында хеҙмәт итһен әле», - тип теләктәрен белдергән осраҡта, һеҙ нисектер ярҙам итә алаһығыҙмы?

- Мөмкинлеккә ҡарап әҙерәк ярҙам итеп ебәрә алабыҙ. Закон буйынса, ата-әсәләре йәки опекундары инвалид булған осраҡта, шулай уҡ өйләнгән саҡырылыусыларҙы йәшәгән урындарынан алыҫҡа ебәрмәйҙәр.

- Әрме хеҙмәтенән ҡасырға тырышҡандар әле лә бармы?

- Ундайҙар һаман да бар, әлбиттә. Әммә хәҙер улар һаулыҡтарына һылтанырға йә теге йәки был сәбәп менән судҡа биреп, ваҡытты һуҙырға тырышалар. Бер йыл ваҡытымды әрәм итәм, тип уйлаусылар етәрлек. Ундайҙарға: «Ҡасан әле бушҡа, дәүләт иҫәбенә Алыҫ Көнсығышты, Камчатка, Калининград йә башҡа ерҙәрҙе күреп ҡайтаһың? Ундай осраҡ һиңә бер тапҡыр ғына бирелә бит. Ундағы халыҡтың нисек йәшәүен күреп ҡайтаһың», - тием. Әйткәндәй, беҙ Башҡортостанда, башҡа төбәктәргә ҡарағанда, күпкә яҡшыраҡ йәшәйбеҙ. Ырымбур өлкәһендәге ҡайһы бер ауылдарҙың бигерәк насар шарттарҙа йәшәүен күреп, иҫем киткәйне.

- Бөтә ата-әсәләрҙе лә борсоған һорау - «дедовщина» бармы хәҙер?

- Бер йыл ғына хеҙмәт иткәс, ундай нәмә юҡ. Йәш һалдаттар менән хеҙмәт итеүселәрҙе ярты йыл ғына айыра бит. Контрактниктар күбәйә бара хәҙер, һалдаттарҙы күҙәтеү өсөн командирҙар ҙа етәрлек. Элек офицерҙар етешмәй торғайны. Шулай уҡ видеокамералар, телефондар бар, хәрби прокуратура эшләй. Хәҙер хеҙмәт итеүе күпкә еңел: «швед өҫтәле», төшкө аштан һуң йоҡлау ҡаралған, казармала душ, автомат кер йыуыу машиналары бар.

- Һеҙ Өфөлә һәм башҡа ерҙәрҙә эшләгән кеше булараҡ әйтегеҙ әле, хеҙмәткә саҡырылыусылар араһында айырма бармы?

- Айырма бар: бында һалдатҡа теләк менән баралар, ә Өфөлә, киреһенсә, бөтәһе лә ҡасалар. Нигеҙҙә, ҙур ҡалаларҙа үҫкәндәр әрмегә барырға теләмәй. Һүҙем һуңында шуны ла әйткем килә: ҡыҙҙар хәрби уҡыу йорттарына уҡырға килһендәр. Ҡыҙҙарға хеҙмәт итергә ярамай, әммә хәрби училищеларҙа уҡый ала. Улар офицер, телефонистка, осоусы ла була алалар. Теләктәре булған ҡыҙҙар беҙгә Яңы йылдан һуң килеп ғариза яҙһындар. Кәрәкле документтарҙы беҙ үҙебеҙ хәрби училищеларҙың ҡабул итеү комиссияларына ебәрәсәкбеҙ.

- Әңгәмәгеҙ өсөн ҙур рәхмәт, Эрнест Камил улы!
Читайте нас: